Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
сборник.docx
Скачиваний:
158
Добавлен:
18.03.2016
Размер:
794.59 Кб
Скачать

«Йәшерәм яулыҡ»

Маҡсат: баларҙың иғтибарын, етеҙлеген үҫтереү, башҡорт халыҡ уйыны менән таныштырыу.

Уйын барышы: балалар түңәрәк яһап ултыралар, араларынан көтөүсе һайлана.Ул яулыҡ ала.Балалар йырлай:

Йәшерәм-йәшерәм яулығымды

Йәшел ҡайын аҫтына.

Һиҙҙермәйсә һалып китәм

Бер иптәшем артына.

Көтөүсе булған бала түңәрәкте уратып йөрөй һәм бер уңайлы ваҡытта һиҙҙермәй генә яулыҡты бер иптәшенең артына һалып китә. Ә үҙе һаман яулыҡты йәшереп тотҡан һымаҡ йөрөй.

Артында яулыҡ ятҡан бала,көтөүсе түңәрәкте әйләнеп килгәнсе, үҙенең артында яулыҡ ятҡанын һиҙмәй ултырһа, көтөүсе уның янына килеп еткәс, яулыҡты ала ла уға яулыҡ менән һуға. Был бала көтөүсе булып ҡала. Әгәр ҙә түңәрәктәге бала артына яулыҡ һалынғанын һиҙеп ҡалһа. Ул тиҙ генә тороп, көтөүсе артынан йүгерә. Ә көтөүсе яулыҡтан һуғылмаҫ өсөн, түңәрәк буйлап йүгереп, уны баҫтырған иптәшенең урынына ултырырға тырыша. Әгәр ултырып өлгөрмәһә, ул тағы көтөүсе була һәм уйын яңынан башлана.

Көҙгө уйындар.

Осто,Осто...

Борсаҡ.

Өйһөҙ ҡуян.

Ак тирәк,күк тирәк һ.б

Ҡышҡы уйындар.

Ҡапҡанан сығыу.

Теймәҫкә.

Кем мәргән.

Алтын тау батшалығы һ.б.

Яҙҙғы уйындар.

Алырмын ҡош,бирмәм ҡош.Себештәр менән ҡарауылсы.

Өй алыш.Сыйырсыҡ

Ҡаҙҙар,ҡаҙҙар ҡайтығыҙ.һ.б.

Йәйге уйындар.

Йәшенмәк.

Йәшерәм яулыҡ.

Йөҙөк кемдә.Еҙ бүкән.

Тирмә.һ.б

Хәрәкәтле уйындарҙа ҡағиҙәләр төп шарттарҙың береһенә әйләнә һәм улар шул ҡағиҙәләр нигеҙендә ярышыуға ҡорола. Бындай уйындарҙың йөкмәткеһендә билдәле бер маҡсатҡа ирешеү һөҙөмтәгә килеү кеүек ынтылыштар ята. Уйындарҙы уйнатҡанда бигерәк тә түбәндәгеләрҙе иҫтә тоторға кәрәк:

Физик һәм рухи яҡтан тәрбиәүи әһәмиәтен,дөйөм белем биреү ҡеүәһен. Был маҡсаттарҙың тормошҡа ашыуы уйынды ойоштора белеүгә бәйләнгән. Бер үк уйын менән баланы төрлөсә тәрбиәләргә мөмкин:

а) сәләмәтлеген нығытыу;

б) тормошта кәрәкле хәрәкәт күнекмәләрен үҙләштереү;

в) ижад итеү һәләтлеген үҫтереү;

г) ыңғай әхләҡ сифаттарын,ихтыяр көсөн булдырыу;

д) үҙаллылыҡ, әүҙемлелек, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ тәрбиәләү яғынан.

Уйындарҙы уйнатҡанда физик көсөргәнешлеккә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Был осраҡта шуны иҫтән сығарырға ярамай: бала уйындан арырға тейеш түгел, киреһенсә, уйнағандан һуң ул үҙендә илһам һәм яңы көс, дәрт тойһон.

Уйын етәкселеге

Уйындың әһәмиәтендә тәрбиәсенең уйынды дөрөҫ ойошторолоуы мөһим роль уйнай.Халыҡ уйындарында тәрбиәүи һәм белемде камиллаштырыусы бурыстары тора. Тәрбиәсе уйын ваҡытында татыу, ҡағиҙәне боҙмай, талашмай уйнарға талап ҡуя.

Халыҡ уйындарҙа – хәрәкәт, хәрәкәттә – бәрәкәт тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Сөнки балалар өсөн уйын ҡоро хәрәкәт кенә түгел, бәлки донъя көтөргә әҙерләгән хәрәкәт.

Уйын бала өсөн – ул дәртле йәшәйеш һәм һәр яҡлап йылдам үҫеш сығанағы.Башҡорт халҡының ғөрөф – ғәҙәттәрендә һәм рухында тәрбиә алыу сараһы. Көс- ғәйрәтте, таҫыллыҡты үҫтергән хеҙмәт мәктәбе.

Ҡулланылған әҙәбиәт

1.Аҙнабаева Ф.Ғ., Еникеева Д.У., Яфаева В.Г. Хәрәкәттә үҫәбеҙ. Балалар баҡсаһында физик белем биреү эшмәкәрлеге буйынса методик ҡулланма. Ике киҫәктә.1-2 се киҫәк.-Өфө:Китап,2013.-192 бит.

2.Ғәләүетдинов И.Ғ. Башҡорт халыҡ балалар уйындары. Беренсе китап.Китап,2002.-248 бит.

3.Ғәләүетдинов И.Ғ. Уйнайыҡ, дуҫтар, бергәләп. Үҙгәртелгән икенсе баҫмаһы. Өфө;Башҡортостан Китап нәшриәте,1995-240 бит.

4.Нафиҡова З.Ғ.Н 28 Уйнай-уйнай үҫәбеҙ. Методик ҡулланма.-Өфө:Китап,2010.-96 бит.

5.Гершова Ф.З. Мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм башланғыс синыф уҡыусылары өсөн музыкалы уйындар.-“Китап” нәшриәте, 1999.-148 бит.

6.”Балалар фольклоры «Өфө Башҡортостан» 1994-167 бит.