Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
сборник.docx
Скачиваний:
158
Добавлен:
18.03.2016
Размер:
794.59 Кб
Скачать

Эшмәкәрлек барышы

Ойоштороу

(Сәләмләү)

  • Һаумыһығыҙ!

(Йылмайып, бер – беребеҙгә ҡарайбыҙ).

  • Сәләм бирҙек, ҡунаҡтарға!

  • Һаумыһығыҙ!

(Йылмайып ҡунаҡтарға ҡарайбыҙ).

  • Бөгөн беҙгә Наҙлыҡай ҙа ҡунаҡҡа килгән.

(Наҙлыҡайға ҡарап йылмаяйыҡ).

Теманы асыҡлау.

-Хәҙер мин һеҙгә йомаҡ әйтәм, ә һеҙ, иғтибар менән тыңлап, яуабын әйтерһегеҙ.

Сәсмәйем, урмайым, ә йыйып алам,сәй эскәндә шуны һалам. (Бал).

Гөлбаҡса, гөлбаҡсала бер мунса,

Шул мунсаға һыу ташый

Нескә билле Гөлниса. (Умарта, бал ҡорто).

(Умарта, бал ҡорто уйынсыҡтарын күрһәтеү).

  • Тимәк, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

  • Яуап.

Йомаҡтың яуабын әйтеүсе һүрәттәр буйынса әңгәмә.

  • Был нимә?

  • Бал ҡорто.

  • Уның тураһында нимә әйтерһегеҙ?

  • Ул бал йыя, уның балы тәмле, уның балы шифалы.

  • Әйе, балалар, башҡорт халҡы борон – борондан умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Бал ҡортоноң өйө умарта тип атала.

  • Бергәләп әйтәйек әле: умарта. Бәләкәй генә бал ҡортоноң эштәре шул тиклем күп. Кешеләр умартаны ҡуйғас, бал ҡорттары уны бик ентекләп таҙарта, стеналарын шымарта, тишек – тошоҡтарына елем (прополис) һылай, кәрәҙҙәр эшләй.

– Балалар, бер көндө Наҙлыҡай исемле бал ҡорто татлы һуттар йыйып килергә, тип осоп киткән.

Бал ҡорто күҙ ҡамашырлыҡ аллы – гөллө яланға килеп сыҡҡан (сәскәләр ҡуйыла). Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә, бал ҡорто булайыҡ та, Наҙлыҡайҙың артынан осайыҡ. Яланға һоҡланып йөрөгәндә хуш еҫле сәскәләр күреп ҡалған да, уның һутын йыйырға тотонған. Ул күңелле генә итеп “ҙ – ҙ – ҙ” тип безелдәгән.

Бал ҡорто бына ошолай бал йыя (видеозапись, бал ҡортоноң безелдәп сәскәнән һут йыйғаны күрһәтелә).

– Әйҙә, беҙ ҙә, бал ҡортона ҡушылып, күңелле генә безелдәп, бал йыяйыҡ: “ҙ – ҙ – ҙ”.

  • Көҙгөгә карап: “ҙ – ҙ – ҙ” тип ҡабатлайыҡ.

  • ҙ өнөн әйткәндә ирендәр йылмая, яҫы телдең осо аҫҡы һәм өҫкө тештәр араһында урынлаша, телдең уртаһынан ҡыҫылып һалҡын һауа сыға.

  • Ҡулыбыҙҙы ҡуйып ҡарайыҡ: “ҙ – ҙ – ҙ”.

Ҙ өнөн дөрөҫ әйтеү, уға характеристика биреү: ҙ – тартынҡы, яңғырау.

Ҙ өнө ошондай билдә менән белдерелә: (ҙ киҫмә хәрефен күрһәтеү). Ҙ хәрефен һауала яҙып ҡарайыҡ.

Наҙлыҡай исемле бал ҡорто һут йыйырға тағы осҡан. Ул бер сәскәгә ҡунған, ләкин был сәскә мөғжизәле булған, уның япрағына нимәлер яҙылған, уҡып ҡарайыҡ әле. Дидактик уйын «Ижектәрҙе һәм һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйт».

а) ҙа, ҙы, ҙе

аҙ, оҙ, үҙ, ҙә, ҙө (Ижектәр карточкала бирелә).

б) Экрандағы һүрәттәргә ҡарап, предметтарҙы атау.

- Был нимә? (Был Наҙлыҡай, был ҡыҙыл сәскә, был кәрәҙ).

  • Нимә ул кәрәҙ?

  • Бына был рамлы кәрәҙ була, кәрәҙҙәрҙе бал ҡорттары яһай һәм унда бал йыя.

в) Ошо һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөйөк.

Наҙлыҡай исемле бал ҡорто һут йыйырға осҡан.

Бал ҡорто ҡыҙыл сәскәгә ҡунған.

Бал ҡорто кәрәҙ яһай.

  • Рәхмәт. Хәҙер ял итеп алайыҡ.

Ял минуттары

Бҙ, бҙ итәбеҙ,

Болондарға осабыҙ, (Балалар ҡулдарын ситкә ҡуйып, «осоп» йөрөйҙәр)

Бҙ, бҙ итәбеҙ,

Ҡыҙыл сәскә табабыҙ,

Ҡыҙыл сәскә табабыҙ ҙа, (Сәскәгә «ҡунып», (сүкәйеп), уны еҫкәйҙәр)

Татлы һутын йыябыҙ,

Татлы һутын йыябыҙ ҙа,

Өйөбөҙгә ҡайтабыҙ («Осоп» китәләр).

Наҙлыҡай тағы ла осҡан. Хуш еҫле сәскәнең һутын йыйған да, сәскәнең тажында хат ҡалдырып киткән. Дидактик уйын «Тел төҙәткесте ҡабатла».

еҙ – еҙ – еҙ – Беҙ, беҙ, беҙ генә

ыҙ – ыҙ – ыҙ – Йыябыҙ бал тиҙ генә

еҙ – еҙ – еҙ – Беҙҙең бал бит шифалы

еҙ – еҙ – еҙ – Беҙҙең бал бит файҙалы.

Бал ҡорто татлы сәскә һутын йыйғас, үҙенең өйөнә умартаға ҡайтҡан. Бал ҡорто кешеләргә шифалы бал бирә.

  • Ә һеҙ бал ашағанығыҙ бармы?

  • Балдың ниндәй файҙаһы бар?

  • Эйе, башҡорт балы көс бирә. Ул хатта сит илдәрҙә лә билдәле. Башҡорт балы бер нисә алтын миҙалға лайыҡ була. Космонавтар ҙа йыһанға үҙҙәре менән башҡорт балын ғына ала. Прополистан (елемдән) төрлө косметика тауарҙары эшләйҙәр.

Бал ҡорто менән аралашыу кешегә ҙур файҙа килтерә. Бал ҡортоноң нескәлектәрен белгән кеше генә ысын умартасы була ала. Шуға ла:

“Бал ҡортоноң наҙы бар, ҡарай белһәң, балы бар”, тиҙәр.

  • Бергәләп әйтәйек әле:

“Бал ҡортоноң наҙы бар, ҡарай белһәң, балы бар”.

  • Рәхмәт!