Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
сборник.docx
Скачиваний:
158
Добавлен:
18.03.2016
Размер:
794.59 Кб
Скачать

Эшмәкәрлегендә башҡорт халыҡ уйындарын ҡулланыу” темаһына оҫталыҡ шөғөлө

Әҙерләне:

Кәримова Гөлшат Кинйәбай ҡыҙы

1-се квалификацион

категориялы физик тәрбиә етәксеһе

Маҡсат: педагогтарҙы башҡорт халыҡ уйындарын физик тәрбиә биреү эшмәкәрлегендә ҡулланыу ысулдары менән таныштырыу.

Бурыстар:

-Баланың физик үҫешенә башҡорт халыҡ уйындары йоғонтоһын педагогтарға аңлатыу.

-Уҡытыу тәрбиә эшендә, педагогтарға башҡорт халыҡ уйындарының тәрбиәүи әһәмиәтен еткереү.

-Башҡорт халыҡ уйындарын ҡулланыу тәжрибәһен төрлө ысулдар аша педагогтарға күрһәтеү, ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Эш ысулдары: әңгәмә, уйындар, слайдтар күрһәтеү, һанашмаҡтар өйрәтеү.

Һөҙөмтә: оҫталыҡ класында ҡатнашыусы педагогтарҙы ошо проблема менән ҡыҙыҡһындырыу.

Йыһазландырыу: проектор, слайдтар, китаптар күргәҙмәһе, хәрәкәтле уйынға атрибуттар.

Бала донъяға килгәс тә хәрәкәтләнә башлай, сөнки хәрәкәт- йәшәүҙең һәм физиологик үҫештең төп нигеҙе ул. Бары хәрәкәт арҡаһында ғына кеше йәшәй,үҫә,тормош ҡора, ижад итә һәм эшләй.

Шик юҡ, һәр ата- әсә балаһының яҡшы булып үҫеүен теләй, физик яҡтан көслө, юғары рухлы шәхес булып өлгөрһөн өсөн, баланы сабый сағынан уҡ дөрөҫ тәрбиәләргә кәрәк.

Балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын алып тора. Күңелле хәрәкәтле уйындар –ул беҙҙең бала –саҡ! Кем генә иҫләмәй икән йәшенмәк, һәпәләк,баҫтырыш уйындарын.Ҡасан улар барлыҡҡа килгән? Кем уны уйлап тапҡан? Был һорауҙарға тик бер генә яуап.

Әкиәт, йырҙар уйлап сығарған кеүек уйындарҙы ла халыҡ уйлап тапҡан. Һеҙҙе, хөрмәтле коллегалар мин түңәрәккә саҡырам.

Туп менән уйын “Башҡорт халыҡ уйындары исемдәрен атап әйтергә”.

Уйын балалар өсөн донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы. Ысынлап та, уйнаған саҡта бала өҙлөкһөҙ хәрәкәттә була, ә был хәл инде уның бөтә яҡлап йылдам үҫеүен тәмьмин итә.

Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: янғыҙ ғына уйнап йөрөгән сабый уйындан бик тиҙ арый, күңелһеҙләнә башлай. Баланың янғыҙ уйнауына ҡарағанда уларҙың күмәкләп уйнауы ғәжәп бер ансамбль тыуҙыра; сабый үҙенең коллективҡа мөнәсәбәтен билдәләй, уртаҡ уй менән эш итергә өйрәнә, уның күңелендә иптәшлек, дуҫлыҡ, нәфислек тойғолары тәрбиәләнә.

Башҡорт халыҡ уйындарын үткәреүҙә методик талаптар. Уйынды башлаусыны нисек һайларға?

Хәрәкәтле уйындарҙы уйнағанда шыбаға йәки һанашмаҡтар ярҙамында алып барыусы һайлана: Әйҙәгеҙ бергәләп слайдтағы һанашмаҡтарҙы ҡабатлап китәйек.

***

Тары таптым, тауыҡҡа бирҙем,

Ул миңә йомортҡа бирҙе.

Уны һалдым ҡаҙанға,

Лағыр –лоғор ҡайнарға.

Уҙем киттем баҙарға

Алтын йоҙаҡ һайларға.

Аҡ суҡ, ҡара суҡ,

Бындаторма, барсыҡ!

***

1,2,3,4,5,6,7,8,9,10,

Уйындан – уймаҡ,

Табала – ҡоймаҡ,

Мейестә – бәлеш,

Сыҡ та йәбеш.

***

Бер бабай юлға сыҡҡан,

Тәгәрмәсе ватылған.

Тәгәрмәсен йүнәтергә,

Нисә сөй кәрәк булған?

***

Әбәк-көбәк,алтын табаҡ,

Етә алһаң,көмөш ҡалаҡ;

Етә алмаһаң,артыңа

Етмеш көрәк көл!-

***

Йәй китте,көҙ килде,

Өйрәк китте,ҡаҙ китте,

Һандуғастар һайраны,

Балалар ҙа йыйылды

Ҡарға сыпсыҡ,

Һин тороп тор,ул сыҡ!

Уртаға бер нисә педагогты саҡырып улар менән һанашмаҡ әйтеү, шыбаға тотошоп, ҡулда таштарҙы йәшереп һайлап алыу кеүек алымдарҙы күрһәтеү.

Уйынға саҡырғанда балаларҙың иғтибарына ҡыңғырау, һыҙғыртҡыс ҡулланырға мөмкин (ҡынғырауҙы шылтыратып, һыҙғыртҡыста һыҙғырып күрһәтеү).