Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
сборник.docx
Скачиваний:
158
Добавлен:
18.03.2016
Размер:
794.59 Кб
Скачать

Минең Ватаным

1.Тауҙар, урмандар,

Таҙа урамдар.

Ҡояш – ямғырҙар,

Ҡарлы бурандар.

Ҡушымта:

Минең Ватаным был –

Тәрән тамырым.

Бәхетемде ситтә түгел,

Һиндә табырмын.

2. Бүре, айыуҙар,

Ялтыр балыҡтар.

Ҡыҙҙар, малайҙар,

Төрлө халыҡтар

Ҡушымта.

Сәсәниә:

-Бына шулай халыҡтар үҙ-ара дуҫлашҡандар (балалар ҡул бирешеп, бер-береһен сәләмләйҙәр).

- Бына шулай халыҡтар ҡушылғандар (балалар бер-береһенең ҡулдарына тотоношалар).

- Бына шулай халыҡтар берләшкәндәр (балалар ҡосаҡлашалар).

Сәсәниә: Разные народы в этом краю жили в мире и согласии.

1-се бала башҡорт милли костюмында:

Башҡорт халҡы: “Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын”, - тигән.

2-се бала татар милли костюмында:

Ә татар халҡында: “Ағас тамырына таянһа, кеше дуҫына таяныр”- тигәндәр.

3-сө бала украин милли костюмында:

А мы украинцы говорим: “Человек без друзей, что птицы без крыльев”.

4 – се бала урыҫ милли костюмында:

А у русского народа есть такая пословица: “Дружба и братсво лучше богатства”.

Милли костюмдағы балалар бөтәһе бергә: Если дружба велика, будет Родина крепка.

1-се бала башҡорт милли костюмында:

  • Әйҙәгеҙ, дуҫтар! Бергәләшеп халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға тапшырылып, һаҡланып килгән милли уйыны “Наза”ны уйнайыҡ әле.

Башҡорт халыҡ уйыны “Наза”ны уйнайҙар.

Наза тигән ҡыҙ баланың

Бөрлөгәне түгелгән.

Көн дә Наза уйнағанға,

Наза сыҡмай күңелдән.

Ҡушымта:

Наза, Наза,

Наза матур ҡыҙ бала.

Наза тырыш уңған бала,

Һәр эштә алда бара.

(Балалар сафта икешәрләп ир бала менән ҡыҙ бала, бер – береһенә ҡапма – ҡаршы, ҡулдарынан тотоношоп баҫып тора. Алда – уйынды алып барыусы.)

(Балалар артабан уйнай башлайҙар һәм парһыҙ тороп ҡалған бала тағы ла наказ үтәй)

1-се бала татар милли костюмында:

Татар халыҡ бейеүенән өҙөк башҡара (балалар артабан уйнай башлайҙар һәм парһыҙ тороп ҡалған бала тағы ла наказ үтәй. )

2– се бала урыҫ милли костюмында рус халыҡ таҡмаҡтарынан өҙөк башҡара:

За друзей всегда горой –

Лишь бы были вы с мной.

Вы меня не подводите,

Если надо – помогите.

(Балалар артабан уйнай башлайҙар һәм парһыҙ тороп ҡалған бала тағы ла наказ үтәй. )

3-сө бала украин милли костюмында украин халык бейеүенән өҙөк башҡара.

(уйнап бөткәс, ярымтүңәрәккә баҫалар)

Сәсәниә:

Услыхал злой дух, как веселится и играет дружный народ и решил их рассорить.

Яуыз көс:

Ә... Дуҫ, татыу йәшәргә уйланығыҙмы? Яҡшылыҡ ҡанундары менән йәшәй алмаҫһығыҙ! Йырлап-уйнап күңел асып ҡына йәшәргә уйланығыҙмы? Яҡты көндәрегеҙҙе ҡараңғылыҡ һөрөмө ҡаплаһын!.. Ха-ха-ха!.. (көлөп сығып китә).

Сәсәниә:

И рассорились все народы, прогремел гром, затянулась черная туча,перестали петь птицы,спрятались лучи солнца и затихли звуки курая.

Балалар парланып сәхнәнән сығалар.

Ҡурай сәскәһе (сәхнәгә сыға):

Ғорур тауҙар, урмандар

Шиңер, ҡорорҙар.

Тәрән күлдәр, йылғалар

Ағыуынан туҡтарҙар!

Моңло йырҙар йырлаған

Ҡоштар һайрауҙан туҡтар.

Барлыҡ тереклекте

Тик беҙҙең дуҫлыҡ һаҡлар!

Ғорур минең тауҙарым,

Ярҙам ҡулы һуҙығыҙ.

Татыу, тыныс тормошҡа

Һеҙ ҙә нигеҙ һалығыҙ.

Тау кейемендәге малайҙар сыға.

1-се тау-малай:

Ай Уралым, Уралым,

Күгәреп ятҡан Уралым!

Нурға сумған түбәһе-

Күккә ашҡан Уралым!

Һине маҡтай йырҙарым,

Һине данлай йырҙарым.

2-се тау-малай:

Ямантау – иң бейек тау

Болоттарға олғашҡан.

Дошмандан илде һаҡлап,

Булған ул ныҡлы ҡалҡан.

3 – сө тау – малай:

Башкортостанды иңләп,

Ирәндеккәй һуҙылған.

Кейек – урманы менән

Тирә - яҡта дан алған.

Балалар бергәләп:

Беҙ- тауҙар бөйөкбөҙ,

Яуыз көскәҡаршы торорбоҙ!..

Сәсәниә:

И стали искать силы зла (горы идут по кругу, танцевальные движения и уходят со сцены).

Природа народу помогла. (на заднем плане выходит пара в башкирском костюме и пара в татарском костюме берутся за руки и обнимаются, затем уходят вместе).

Ҡурай сәскәһе:

Моңло ҡоштар-беҙҙең дуҫтар!

Бөтәһен дә белеп, күреүселәр.

Ҡанаттарығыҙҙы ҡағығыҙ,

Беҙгә осоп килегеҙ.

Халҡыбыҙҙың дуҫлығын

Беҙгә кире ҡайтарығыҙ!..