Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
сборник.docx
Скачиваний:
158
Добавлен:
18.03.2016
Размер:
794.59 Кб
Скачать

Халыҡ уйындары.

Хәҙерге балалар уйындарҙы бөтөнләй уйнамай тип әйтһәк тә була, хәҙерге быуын балаларын күберәк компьютер, смартфон кеүек “уйынсыҡтар” нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Шуға күрә, мин үҙемдең эшемдә музыка эшмәкәрлегендә музыкаль- ритмик хәрәкәттәр өлөшөндә милли уйындарға, йырлы түңәрәк уйындарына өҫтөнлөк бирәм.

Беҙҙең балалар бигерәк тә “Ҡурай”, “Баҡыр төп”, “Тирмә”, “Косилка- молотилка”,”Наза” уйындарын уйнарға ярата.

Әйҙәгеҙ, беҙ һеҙҙең менән “Өммөгөлсөм” исемле уйынды уйнап алайыҡ.

(Аудитория менән уйын “Өммөгөлсөм)

(Аранан Өммөгөлсөм һайланыла,түңәрәк буйлап йырлап йөрөйҙәр, Өммөгөлсөм түңәрәктең ҡаршы яғынан хәрәкәт итә)

Беҙҙең Гөлсөм һыуға бара,

Көйәнтәһе, силәге

Силәгенә ҡарағанда

(Ҡушымтала Өммөгөлсөм төрлө хәрәкәттәр яһап бейей ҙә, кемгәлер барып баҫа, уйын ҡабатлана)

Үҙе ҡурай еләге.

Баҫ, әле, Өммөгөлсөм,

Бейегәнде күрһендәр,

Баҫҡан ерҙә ут сығара

Беҙҙең Гөлсөм тиһендәр.

Бына шулай итеп башҡорт халҡының уйындары ла, йырҙары ла, бейеүҙәре лә бихисап күп, уларҙы һанап бөткөһөҙ. Бына ошо музыка эшмәкәрлегендә ҡулланған эш төрҙәре минең төп эшемдә бик файҙалы, сөнки район эсендә үткән бәйгеләрҙә, беҙ бер ҡыйынлыҡһыҙ, саф башҡорт телендә йырҙар, бейеүҙәр өйрәнәбеҙ һәм призлы урындар яулайбыҙ.

Әгәр беҙ балаларҙа башҡорт мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уята алабыҙ икән, тимәк киләсәктә лә башҡорт йырҙары онотолмаҫ, быуындан- быуын күсеп килгән бейеүҙәр мәңгелек булыр, милли уйындар китаптарҙа ғына түгел, ә ысынбарлыҡта уйналыр һәм йолалар, башҡорт байрамдары яңынан терелер тип ышанғы килә.

Темаһы «Кейеҙ баҫыу. Үҫәргән ырыу тамғаһы» мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә белем биреү эшмәкәрлеге

Төҙөнө:

Нураева Әлиә Кәбир ҡыҙы,

1-се квалификацион категориялытәрбиәсе

Төп белем биреү өлкәһе: художестволы-эстетик үҫеш

Интеграция өлкәләре: танып белеү, социаль – коммуникативүҫеш(хәүефһеҙлек, уйын,коммуникация).

Маҡсаттар:

Белем биреү маҡсаттары:

  • Кейеҙ баҫыу тураһында балаларҙың мәғлүмәтлелеген нығытыу, системаға һалыу;

  • Башҡорт орнаменттары менән таныштырыуҙы дауам итеү, кейеҙҙә башҡорт тамғалары баҫырға өйрәтеү;

  • Телмәрҙәрен яңы һүҙҙәр менән байытыу;

  • Һорауҙарға тулы һәм аңлайышлы яуап бирергә өйрәтеүҙе дауам итеү.

Үҫеш маҡсаттары:

  • Балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү;

  • Ҡул суҡтарының хәрәкәтен үҫтереү;

  • Балаларҙа ижади һәләтлелекте һәм үҙаллылыҡты үҫтереү.

Тәрбиәүи маҡсаттар:

Балаларҙа башҡорт халҡының боронғо шөғөлдәренә ихтирам, үҙ-ара дуҫлыҡ, халыҡ ижадына хөрмәт тәрбиәләү.

Һүҙлек эш: тамға, ырғаҡлы әүернә.

Эш алымдары: әңгәмә, уйын «Ҡапма-ҡаршы әйтеш», ырыу тамғаларының иллюстрацияларын күрһәтеү, йомаҡ сисеү, видеоматериал ҡарау, практик эш.

Йыһазландырыу:

Видеоматериал, интерактив таҡта, башҡорт көйө, нетбук, мнемотаблицалар, алдан баҫылған кейеҙҙәр, ҡара һәм аҡ һарыҡ йөнө, уҡлау, алъяпҡыс, яулыҡтар, тастар, йылы һыу, һалҡын һыу, һабын иҙмәһе, япмалар.

Әҙерлек эше: Һәр ырыуҙың тамғалары менән таныштырыу;