Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Кузибаева Гульгина, 4 БяЛ-Диплом-2015.doc
Скачиваний:
60
Добавлен:
17.05.2015
Размер:
316.93 Кб
Скачать

Метонимия һәм синекдоха

Метонимия һәм синекдоха һөйләү телендә лә, матур әҙәбиәттә лә метафораға ҡарағанда һирәгерәк ҡулланыла. Шулай ҙа ул һүҙ оҫталары өсөн үҙенсәлекле тел сараһы булып тора.

Метонимия грек телендәге исем алмаштырыу һүҙенән килә. Бер предмет, күренеш мәғәнәһе менән уға тығыҙ бәйләнгән икенсе бер предмет исеме ярҙамында белдерелә. Үҙенсәлек шунда: метонимия полисемияның бер төрө булараҡ оҡшатыуға түгел, ә предметтарҙың, күренештәрҙең үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә булыуына нигеҙләнә.

Метонимиялағы мәғәнәүи бәйләнеш функциялары буйынса үҙ-ара мөнәсәбәте булған ике күренеште берләштерә. Әйберҙең ысын исеме метонимияла шул атамаға ниндәйҙер мөнәсәбәте булған башҡа берәй һүҙ менән алмаштырыла [8; 21].

Татар телсеһе Х. Курбатов метонимияны тел метонимияһына һәм шиғри метонимияға бүлеп ҡарай. Уныңса, «миңә бер ҡашыҡ бир әле» тип, бер ҡашыҡ бал һорауын белдерә икән, бында инде тел метонимияһы була, сөнки әйтемдә һүрәтләү юҡ; күп тапҡырҙар әйтелеү арҡаһында уның күркәмлеге юғалған [6; 19].

Р. Сафин әҫәрҙәрендә арауыҡ, урын уртаҡлығына нигеҙләнгән метонимияларҙы осратырға мөмкин:

Ҡала миңә яңы гармун бирҙе,  йырҙың асты яңы серҙәрен.  Гармун менән «Ленин тауҙары»на,  ғилем тауҙарына үрләнем. 

Баҫыуҙарҙа тыуып ҡанатланған  тыуған яҡтарымдың йырҙары  яңғыраны Мәскәү залдарында,  гүйә, мине бар ил тыңланы

(“Гармунсы” поэмаһынан).

Ҡала, ил кешеләрҙән тора, шуға күрә шағир, “ҡала, ил кешеләре” тигән мәғәнәне ҡыҫҡартып, дөйөмләштереп, ҡала, ил образдары аша бирә.

Синекдоха – метонимияның бер төрө. Шулай ҙа метонимия менән синекдоханы үтә яҡынайтып булмай, сөнки һуңғыһында бөтөн менән өлөш араһында мөнәсәбәт сағылһа, метонимия, күбеһенсә, бер һүҙҙе икенсе һүҙ менән алмаштырыуға ҡоролған.

Бер күренештең мәғәнәһен икенсе предметҡа һан мөнәсәбәте яғынан күсеүсе синекдоха тип йөрөтөлә [7; 112]. Ул күркәм телмәрҙе һынландырғанда һәм ғөмүмән телдә бер үк һүҙ бөтөндөң атамаһы булып та, шул уҡ бөтөндөң өлөшөн белдереү өсөн дә ҡулланыла.

Р. Сафин әҫәрҙәрендә синекдохалар һирәк осрай. Бер бөтөн урынына өлөш ҡулланыуға миҫалдар:

Нисә ҡабат шулай, нисә ҡабат,

Әжәл килеп ҡаҡһа ҡапҡаны,

Аҡ ҡанатлы фәрештәләр кеүек,

Аҡ халаттар мине һаҡланы.

Нисә ҡабат шулай, нисә ҡабат,

Ҡыл өҫтөндә саҡта ғүмерем,

Аҡ халатҡа тотоноп, әйтерһең дә,

Аша сыҡтым сират күперен.

Аҡ халатлы һылыуҙарға ҡарап,

Минғибәҙәт ҡылам күңелдән.

Аҡ халаттар барҙа был донъяла,

Мин йәшәрмен әле, мин үлмәм.

(“Аҡ ҡанатлы фәрештәләр”).

Был юлдарҙа “аҡ халат” тигән һүҙҙең төп мәғәнәһе, асылда, “врач, шәфҡәт туташы” төшөнсәһен белдерә.

Р. Сафин ижадында тарҡау метонимияға тартым һүрәтләү сараһы булған перифраздар ҙа осрай. Перифраз – грек һүҙе, “һөйләп биреү” мәғәнәһен белдерә, күренештәрҙең исемдәрен уларҙың мөһим үҙенсәлектәрен тасуирлау менән сағыштырыуға ҡоролған троп 26; 18  Ғ. Хөсәйенов билдәләүенсә, перифраз йәки перифраза – метонимияның киңәйтелгән бер төрө йәки һүҙҙең күсермә мәғәнәһен кинәйәле сифатлап биреүсе стилистик алым. Ул метонимик һүҙҙе икенсе һүҙҙәр менән тасуирлап аңлатып бирә, уның сифаттарын аса. Йәки фразеологик берәмектәр тағатылып бирелә 23; 158. Ул кәмендә ике һүҙҙән торорға тейеш: ошо юлдарҙы яҙыусы (мин), аҡ алтын (мамыҡ), йөрәге мәңгегә туҡтаны (үлде) һ.б. Уның төп функцияһы – телмәргә тантаналылыҡ биреү һәм шиғри яңғырашты көсәйтеү 18; 37.

Шулай итеп, Р. Сафин әҫәрҙәрендә ҡулланылған метонимия төрҙәре мәғәнәүи бәйләнеш функциялары буйынса үҙ-ара мөнәсәбәте булған ике күренеште берләштерә. Әйберҙең ысын исеме метонимияла шул атамаға ниндәйҙер мөнәсәбәте булған башҡа берәй һүҙ менән алмаштырыла. Был күркәмлек саралары әҫәрҙең әҙәбилеген, тел байлығын арттыра, уға образлылыҡ, нәфис биҙәлеш өҫтәп килә.