Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Кузибаева Гульгина, 4 БяЛ-Диплом-2015.doc
Скачиваний:
60
Добавлен:
17.05.2015
Размер:
316.93 Кб
Скачать

Йомғаҡлау

Шулай итеп, тәҡдим ителгән диплом эшендә беҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры Рафаэль Сафин поэзияһының лексик үҙенсәлектәрен тикшереп сыҡтыҡ.

Художестволы әҫәрҙең телен өйрәнеү, яҙыусылар ижадының тел һәм стиль үҙенсәлектәрен асыҡлау тел ғилеменең мөһим бурыстарынан һанала. Был иһә иң беренсе сиратта, әҫәрҙең һүҙ байлығын, йәғни лексик составын, өйрәнеү, ҡулланылыш үҙенсәлектәрен билдәләүгә ҡайтып ҡала.

Телдәге һәр бер айырым һүҙҙең үҙенең мәғәнәһе бар, мәғәнә булыу һүҙҙең төп билдәһе һанала. Мәғәнәһе булмаған һүҙ булырға мөмкин түгел. Ысынбарлыҡтағы күренеш, әйбер, процесс тураһында төшөнсә йәки аң бирмәгән, уның атамаһын белдермәгән һүҙ булмай. Һүҙҙең мәғәнәһе таныш (билдәле) булмаһа, беҙ уның нимә икәнен аңламайбыҙ.

Ысынбарлыҡты образлы һүрәтләү телгә айырым талаптар ҡуя. Тормоштағы күренештәрҙе баҙыҡ та, һынлы ла итеп төрлө буяуҙар менән тасуир итә алырлыҡ тел сараларына Р. Сафин ижадында ҙур урын бирелә. Автор шиғырҙарында һүҙҙәр лирик геройҙарҙың ҡатмарлы күңел донъяһын һәм күренештәрҙе беҙҙең хыялыбыҙҙа тере итеп баҫтырырлыҡ кимәлгә еткерелгән. Шағир теленең күркәмлеге, уның тасуирлау мөмкинлектәре конкрет шарттарға тап килтерелеп ҡулланыла.

Р. Сафин әҫәрҙәрендә поэтик алымдар менән оҫта эш итә. Был йәһәттән уның «Йәмле Ағиҙел буйҙары», «Осҡондан ялҡын» поэмалары композиция яғынан ифрат үҙенсәлекле.

Жанр үҙенсәлеге яғынан да ифрат бай Р. Сафин поэзияһы. Унда лирик, эпик, лиро-эпик жанрҙар менән бер рәттән драматизм элементтарын да осратырға мөмкин, мәҫәлән, «Йәнбикә» драматик поэмаһы. Шиғыр формаларының төрлөлөгө уның ҙур поэтик оҫталығын күрһәтә. Ул һәр әҫәрендә төрлө алымдар, тәрән тәьҫир итеүсән поэтик формалар ҡуллана.

Р. Сафин шиғриәтен тикшергәндә, уның тағы ла шундай мөһим үҙенсәлеге күҙгә ташланды – төп фекерҙе ул шиғырҙың һуңғы юлдарына ҡалдырып, уны мәргән, афористик мәғәнәле итеп бирә. Уның шиғриәтендә мәҡәл һәм әйтемдәр, фразеологизмдар күпләп осрай.

Һүрәтләү сараларына бик бай Р. Сафин шиғриәте. Улар аша беҙ шағир ижадының тәбиғәтенә тәрәнерәк үтеп инә алабыҙ. Һәр әҫәрендә теоретик сағыштырыу, метафора, йәнләндереү, эпитет кеүек һүрәтләү сараларына тап булырға мөмкин. Һүрәтләү саралары – әҫәрҙе иҫтә ҡалырлыҡ иткән, әҫәрҙе образлы күҙаллауға ярҙам иткән алымдар ул. Әҫәрҙәрҙә автор ижад иткән неологизмдарҙы ла, үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе лә, шул иҫәптән варваризмдарҙы ла осрата алабыҙ. Улар барыһы ла уҡыусы күңеленә үтеп инерлек һәм көслө тәьҫир итерлек кимәлдә бик оҫта ҡулланған.

Образлы фекерләүҙең тәрәнлегенә ынтылыу шағирҙы һүрәтләү сараларының тбиғәтенә яңыса ҡарарға өйрәтә. Ул был сараларҙы әҙәби биҙәк рәүешендә генә ҡулланмай, троптарҙың идея-эстетик нагрузкаһын бермә-бер арттырыу, хатта ваҡыты менән уларҙы символ юғарылығына күтәреү әҫәрҙәренең йөкмәткеһе яғынан ифрат тос булыуына килтерә. Р.Сафин әҫәрҙең идеяһы менән мәғәнәүи мөнәсәбәткә ингән поэтик сараларҙы ғына ҡуллана. Тап шуға ла уның әҫәрҙәрендәге һүрәтләү сараларының һәр береһе айырым әһәмиәткә эйә һәм уҡыусының аңында образлы ассоциациялар уята.

. Урынлы ҡулланылған һүрәтләүҙәр шағирға танылыу килтергән кеүек, Р. Сафин әҫәрҙәрендәге һүрәтләү саралары уның телгә шул тиклем маһир булыуын күрһәтә. Әҫәрҙәренең тел үҙенсәлектәрен тикшереү уның һүҙгә бик һиҙгер булыуын күрһәтте. Ул һүрәтләнә торған күренештең төрлө биҙәктәрен тулы итеп сағылдырыу өсөн һүҙҙәрҙе оҫта һайлай. Уңышлы һайланған саралар әҙәбиәттең тәбиғәтенә тәрәнерәк үтеп инергә мөмкинлек бирә.

Ғөмүмән, лексик һүрәтләү саралары – Р. Сафин ижадына көс, эске энергия биреүсе ижад сығанағы. Донъяның гүзәллеген, уның иҫ киткес ғәжәйеп һығылмалы, күп ҡырлы булыуын авторҙың геройҙары төрлө биҙәктәр балҡышында күрә, тоя һәм ҡабул итә. Улар авторҙы һүҙ эҙләп яфаланыуҙан ҡотҡара.

Шағир, ижадында төрлө һүрәтләү сараларын файҙаланып, уҡыусыларға донъялыҡтағы ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы бик үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы итеп асып бирә. Был уның тел ғилемендәге үҙенә генә хас, матур ысулы. Р. Сафин шиғриәтендә ҡулланылған антонимдар авторҙың образлы телмәрен булдыра, шиғырҙарҙың биҙәлешен, тел байлығын тулыландырып килә.

Ысын талант эйәһе булған Р. Сафин үҙ әҫәрҙәренә халыҡ ижадындағы һүрәтләү сараларын да бик урынлы индерә. Уның әҫәрҙәрендә халыҡ ижады традициялары шаҡтай киң урын алған; унда оҙон көйлө классик халыҡ йыр мотивы ла, төп текст менән үрелеп алып барыла.

Йыйып әйткәндә, Р. Сафиндың кешеләрҙең шатлыҡ һәм һағыштарын бөтә нескәлегендә тасуирлаған лирик шиғырҙары һәм йырҙары, замандың мөһим мәсьәләләрен яҡтыртҡан шиғырҙары һәм поэмалары хәҙерге башҡорт поэзияһының иң күренекле әҫәрҙәре булып иҫәпләнә.