Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Кузибаева Гульгина, 4 БяЛ-Диплом-2015.doc
Скачиваний:
60
Добавлен:
17.05.2015
Размер:
316.93 Кб
Скачать

III бүлек рафаэль сафин әҫәрҙәре күсмә мәғәнәле һүрәтләү саралары

3.1. Р.Сафин ижадында сағыштырыуҙарҙың бирелеше

Һүҙ – әҙәбиәттең мөһим элементы, уны төҙөүсе материал. Һүрәтләнә торған күренеште баҙыҡ һәм тулы итеп сағылдырыусы һүҙ табыу яҙыусының оҫталығына бәйләнгән.

Һүрәтләү сараларын белеү яҙыусы һәм шағир өсөн дә, әҙәбиәт ғилемен өйрәнеүсе өсөн дә бик мөһим. Сөнки был саралар әҙәбиәттең тәбиғәтенә тәрәнерәк үтеп инергә мөмкинселек бирә. Автор ни тиклем талантлыраҡ булһа, уның әҫәрҙәре һүрәтләү сараларына шул тиклем байыраҡ була. Был тәңгәлдә Р.Сафин ижадынан сығып фекер йөрөтә алабыҙ.

Тормоштағы күренештәрҙе төрлө буяуҙар менән тасуирлаусы тел саралары һүрәтләү йәки тасуирлау саралары тип атала. Телдең күркәмлеге, уның тасуирлау мөмкинлектәре уны конкрет шарттарға тап килтереп ҡулланғанда ғына тулы асыла. Тормош күренештәренең образлы һәм аныҡ кәүҙәләнеше генә кешелә эстетик зауыҡ уята. Һүрәтләү сралары әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асыуға хеҙмәт итә, йәғни, һәр һүҙ, һәр һүҙбәйләнеш әҫәрҙең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора 9; 6.

Кешенең ысынбарлыҡты күҙаллауында, әйберҙәргә, төрлө күренештәргә исем биреүҙә, уй-фекер тәбиғәтендә, һүҙ ҡаҙнаһында тура һәм күсмә мәғәнәлектәр ята. Донъяны һүрәтле, образлы итеүҙә был уғата көслө. Әҙәбиәттәге образлауҙар, һүрәтләү саралары ла ошо ерлектә барлыҡҡа килгән 23; 130. Һәр һүрәтләү сараһы тиерлек оҡшатымға ҡоролған. Төрлө күренештәрҙе, әйберҙәрҙе бер-береһенә сағыштырып, оҡшатып ҡарау үҙенән-үҙе образлы, ассоциатив фекерләүгә алып килә 23; 131. Ике күренеш араһындағы оҡшашлыҡҡа нигеҙләнеп, сағыштырыу, метафора, йәнәшәлек, аллегория кеүек һүрәтләү саралары барлыҡҡа килгән.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рафаэль Сафин шиғырҙарында сағыштырыуҙарҙы бик оҫта ҡуллана.

Туранан-тура күсереү мәғәнәһе булмаһа ла сағыштырыу аша ике предмет араһында образлы бәйләнеш барлыҡҡа килә, йәғни бер образ икенсе образға сағыштырма планда күсерелә. Шуға ла сағыштырыуҙарҙы ла күсмә мәғәнәле башҡа һүрәтләү саралары менән бергә ҡарауҙы урынлы.

Сағыштырыу – телдең иң ябай һәм киң таралған һүрәтләү алымы. Күренештәрҙе, предметтарҙы үҙ-ара оҡшаш һыҙаттары буйынса йәнәш ҡуйып һүрәтләүгә сағыштырыу тиҙәр. Уның ярҙамында тасуир ителгән шәхесте, характерҙы, ваҡиғаларҙы, төрлө күренештәрҙе таныш булған әйберҙәр, образдар менән сағыштырып, яраш ҡуйып күрһәтәләр. Шул сәбәпле, ошо күренештәр, хәл-ваҡиғалар конкрет булып күҙ алдына баҫа.

Автор төрлө юлдар менән яһалған сағыштырыуҙарҙы ҡуллана. Шуларҙың бер нисәүһен ҡарап үтәбеҙ.

  1. Кеүек, һымаҡ, төҫлө, шикелле бәйләүестәре менән яһалған аналитик сағыштырыуҙар киң ҡулланылған:

Килде болот, башҡорт уҡсылары

Килгән һымаҡ ярһыу аттарҙа. (“Йүрүҙән мөхәббәте”).

Ир йәберен күргән ҡатын һымаҡ

Ник хәүефле һаман ер йөҙө?

Алтын ҡуллы иҫерек ир-егеткә

Оҡшаш түгелме һуң һин үҙең?

(“Алтын ҡуллы ир һәм заман хаҡында”).

Ямғырға, дауылға  Бирешмәй үтерлек  Көсөм бар. Әйҙә, тим,  Юлдаш бул миңә, тим.  Был тынсыу бүлмәлә,  Гөл һымаҡ, шиңмә, тим. (“Мин киләм яныңа”).

Елдә елләп гел тирбәнгән,  Ҡылыс һымаҡ үткерләнгән  Ботаҡтарын талдарҙың  Сайҡай-сайҡай, февраль елде  Э-эх! — ҡамсылап ҡарҙарҙы. (“Февраль”).

2) Гүйә һүҙе менән яһалған сағыштырыу ҙа осрай:

Бер яҡшылыҡ ҡылһам кешеләргә,

Түбәм күккә тейеп шатландым,

Йә юлыҡһам үҙем яҡшылыҡҡа,

Яҡшы атҡа, гүйә, атландым. (“Атайым һүҙе”).

3) Булып ҡылымы менән дә сағыштырыулы образ яһалған:

Өндә түгел, төштә күрҙем уны:  яҙғы таңдың һыҙылып атҡанын,  көмөш сынйыр булып, теҙелешеп,  ҡыр ҡаҙҙары осоп ҡайтҡанын... 

...Ер уянған саҡта нисек итеп  йоҡлап ятмаҡ кәрәк ҡәберҙә!  Ҡыр ҡаҙҙары булып тыуған яҡҡа  ҡайтып төштөк бына хәҙер ҙә. (“Ҡыр ҡаҙҙары”).

4) Синтетик сағыштырыуҙар аффикстар ярҙамында яһала. Автор әҫәрҙәрендә сағыштырыуҙың -дай/-дәй, -лай/-ләй, -тай/-тәй, -ҙай/-ҙәй ялғауҙары менән бирелгәндәре лә йыш осрай:

Көнө-төнө һаман елеүҙән

Ялҡҡандай, инде ял иткәндәй,

Һәм кемделер үҙе бик көткәндәй

Һалмаҡ аға ине Йүрүҙән. (“Йүрүҙән мөхәббәте”).

- Оһо-һо-һо-һой! – тип бер ҡысҡырһам, офоҡтарҙа ҡояш уяна. Уяна ла, кейәү егетендәй, Тәңкәләрен һибә донъяға. (“Тәбиғәттең кәләш кенә сағы”).

Инде бөттө. Бүтән һинең алда Яна-яна шәмдәй иремәм. Кистәрендә инде, һине эҙләп, Таныш һуҡмаҡтарҙа йөрөмәм. (“Инде бөттө”).

Устарында былбыл һайратҡандай,

Кемдер уйнай, уйнай ҡурайҙа.

(“Көтмәгәндә тауҙар тертләп ҡуйҙы”).

  1. Сағыштырыу мәғәнәһен -лыҡ/-лек ялғаулы һүҙҙәр ҙә аңлатып килә:

Февраль төнө, ҡара, ниндәй яҡты,  энә төшһә лә бит табырлыҡ!  Ә ай бөгөн, ә ай шундай тәпәш,  бүрек менән бәреп алырлыҡ

(“Бөгөн нисәнсе төн керпек ҡаҡманым”).

6) Автор шулай уҡ атама сағыштырыуҙы ла уңышлы ҡуллана. Улар – грамматик ярҙамсы һүҙҙәре булмаған йәки уларын юғалтҡан сағыштырыуҙар. Был осраҡта ул бер әйберҙе икенсе бер нәмәнең исеме менән атай. Мәҫәлән:

Һеҙ ул мәңге йәшәр заттан да бит

Кеше ғүмере – янып һүнер шәм.(“Теләк”).

Ҡазан ҡыҙы сибәр ине,

Ғәжәп ине,

Уға ғашиҡ булыу – үҙе

Әжәл ине.

Әжәлгә дарыу бар, тиҙәр.

Барҙыр. Бар ул.

Мөхәббәт – ул үҙе әжәл,

Үҙе дарыу. (“Ҡазан ҡыҙы”).

Быны, шиғырҙа ижектәр тигеҙлеге өсөн шәм, әжәл, дарыу һүҙҙҙәре артынан килергә тейешле кеүек сағыштырма һүҙе төшөрөп ҡалдырылған, тип тә аңлатырға мөмкин. Һәр хәлдә, был форманы сағыштырыуҙың метафораға күсеү күпере тип әйтергә була. Ә күпере яндырыла икән, ул метафораға әйләнә.

Был типтағы сағыштырыуҙарҙың көсө бәйләүестәр менән яһалған сағыштырыуҙарға ҡарағанда күпкә артыҡ. Улар күренештәрҙе һынландырып биреүгә булышлыҡ итә.

7) Р. Сафин ҡатмарлы сағыштырыуҙарҙы ла уңышлы файҙалана. Улар иһә һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың үҙенсәлектәрен танып белергә ярҙам итә. Бигерәк тә ике объект араһындағы оҡшашлыҡҡа иғтибарҙы көсәйтеү өсөн ҡабатланып килә торған ҡайтарма сағыштырыуҙар йыш осрай:

Ҡайтарма сағыштырыуҙар әҫәрҙең тәьҫир ҡеүәһен икеләтә аттырып ебәрә кеүек.

Уңышлы уйланған сағыштырыу өсөн яңылыҡ, көтөлмәгәнлек, тапҡырлыҡ элементтары хас. Сағыштырыуҙа шул элементтар булһа ғына тасуирланған предмет, күренеш образлы, конкрет һәм баҙыҡ була [11; 14]. Сағыштырыуҙы образлылыҡтың төп алымы итеп ҡарарға кәрәк [17; 32]. Р. Сафин шиғриәтендә лә ул, һүрәтләү сараһы булараҡ, бик йыш ҡулланыла.

Шулай итеп, Р. Сафин үҙ әҫәрҙәрендә сағыштырыуҙарҙың төрлө формаларын ҡуллана һәм улар шағирҙың тел байлығын күпкә һутлыраҡ, сағыуыраҡ, уҡымлыраҡ итә.