Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Кузибаева Гульгина, 4 БяЛ-Диплом-2015.doc
Скачиваний:
60
Добавлен:
17.05.2015
Размер:
316.93 Кб
Скачать

I бүлек рафаэль сафин әҫәрҙәре лексикаһының генетик сығанаҡтары

    1. Рафаэль Сафин – үҙенсәлекле алымдар, халыҡсан тел сараларын ҡулланыусы шағир

Рафаэль Сафин – илленсе йылдар аҙағында, алтмышынсы йылдар башында әҙәбиәткә ныҡлап аяҡ баҫҡан шағир. Элекке бөтә совет әҙәбиәтендә алтмышынсы йылдарҙа бер аҙ демократик иркенлектәр тыуа биреп ҡалған осорҙа үҙ тауыштарын ишеттергән был быуын ижадсылар өсөн шаҡтай ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек һәм тәнҡит рухы хас. Ошо һыҙаттар Сафиндың поэзияһында ла тәүҙән үк ярайһы асыҡ сағыла башлай [34; 5].

Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, шағир һәм драматург Рафаэль Әхмәтсафа улы Сафин 1932 йылдың 16 февралендә Ҡыйғы районының Йыланлы ауылында тыуа. Өфөнөң 1-се һанлы мәктәп-интернатта тәрбиәләнә. Бәләкәйҙән үк гармауда уйнаған Рафаэль 1947 йылда музыка училищеһына уҡырға инә. Мәскәүҙә М.Горький исемендәге әҙәбиәт институтында белем ала. С.Маршак, В.Луговской. И.Сельвинскийҙарҙың поэзия семинарҙарында ҡатнаша, шиғриәт серҙәрен, әҙәбиәттең, поэтиканың теоретик нигеҙҙәрен үҙләштерә.1957-1961 йылдарҙа – «Совет Башҡортостаны» гәзитендә, 1962-1972 йылдарҙа «Ағиҙел» журналы редакцияһында эшләй. 1962 йылда Яҙыусылар союзына ҡабул ителә. 1973-1983 йылдарҙа – Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, 1993-1997 йылдарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында әҙәбиәт бүлеге мөдире булып эшләй.

Рафаэль Әхмәтсафа улы – бик күп шиғырҙар һәм драма әҫәрҙәре авторы. Уның тәүге шиғырҙары 1950 йылда республика гәзиттәрендә баҫыла. 1956 йылда “Тормош ҡушыуы” тигән беренсе йыйынтығы сыға. Был китап әҙәби тәнҡит һәм поэзия һөйөүселәр тарафынан хуплап ҡаршы алына, айырыуса уның “Тормош ҡушыуы” исемле поэмаһы ыңғай баһа ала. Мостай Кәрим “Ҡәләмдәш иптәштәргә хаттар” тигән Р.Сафинға адресланған дүртенсе хатында, мәҫәлән: “Һин “Тормош ҡушыуында” һуғыштан һуңғы осор өсөн иң ауыр булған моральпроблемаларҙың береһенә ҡағылаһың. Поэма ҡыйыу яҙылған. Ул һуғыш йылдарында бик-бик күптәр өлөшөнә төшкән ҡайғының ҙурлығын күрһәтә, кешеләрҙең уңалып бөтмәҫ яраларына ҡағыла, ләкин был, күңелдәрҙе нескәртеп, йәш түктерер, ҡайғы яңыртыр өсөн эшләнмәй. Поэма юғары рух, тормошто раҫлау рухы менән һуғарылған”, – тип яҙа [5; 593].

1960 йылда шағирҙың “Мин белмәйем тыныс һөйөүҙе” тигән шиғырҙар китабы баҫыла. Киләһе йылына Мәскәүҙә “Весна на Юрюзани” исемле йыйынтығы донъя күрә. Был китаптары иһә Р. Сафиндың поэтик тауышының баҙыҡланыуы, шиғриәтенең өлгөрөүе тураһында һөйләй. Уның “Мин белмәйем тыныс hэөйөүҙе” (1960), “Весна на Юрюзани” (1961), “Ышаныс” (1964), “Һоҡланыу” (1967), “Летят журавли” (1969), “Акбуҙат” (1970), “Аҡ моңдар” (1977), “Яҙҙар көтәм” (1981), “Күңелем йондоҙҙары” (1992) һ.б. шиғри йыйынтыҡтары, артабан шиғырҙар, поэмалар һәм пьесалар тупланған “Ут эсендә бейеү” (1998), “Ҡыр ҡаҙҙары” (2010) китаптары нәшер ителә. Ул 2002 йылда вафат була.

Ғ. Хөсәйенов билдәләүенсә, үҙенә ҡорҙаш ҡәләмдәре менән сағыштырып ҡарағанда, Рафаэль Сафин ярһыуыраҡ тәбиғәтле шағир була. Уның поэзияһы, нисек кенә нурҙан һәм моңдан туҡылған һымаҡ тойолмаһын, заманаларға хас шаулы, даулы, ара-тирә набатҡа тартым яңғырауыҡлы ижад ул. Үҙенсә бер тынғыһыҙлыҡ, борсолоусанлыҡ, ярһыулыҡ хас уға. Шағирҙың ижад кредоһын “өҙлөкһөҙ көрәш” тип билдәләп булыр ине. “Йөрәгем тик тынғы белмәһен, тик ғәмһеҙ булмаһын” тигән автор үҙе лә быны: “Һәр төрлө ялған, ялағайлыҡ менән килешеп йәшәү мөмкин түгел, көрәшеп, һуғышып йәшәү – тормошомдоң ысн мәғәнәһе”, тип әйтә [16; 5].

Шағир донъяға тура бағып, һәммәһен йөрәгенә яҡын алып, янып-көйөп ижад иткән сағында тормоштоң ҡатмарлылығын, замандың ҡаршылыҡтарын тәрәнерәк тоя һәм күрә. Былар уй-фекерҙәр бәҫен көсәйтә. Тормош, кешеләр, яҙмыштар хаҡында уйланыуҙар поэзияһының философик айышын, гражданлыҡ пафосын арттыра, әҙәп-әхләҡ мәсьәләләрен үҙәкләштереп ебәрә. Ул “Иҫкесә” исемле шиғырында яҙғанса, иҫкесә, һәүетемсә генә йәшәү менән килешә алмағанын, заман менән ҡатар, хатта алдараҡ атларға кәрәклеген белдерә. Вайымһыҙҙар фәлсәфәһе менән йыш ҡыны бәхәскә инә. “Ике яҙмыш” тигән поэмаһында тормошта Моцарттар һымаҡ таланттар менән бергә Сальериҙар ише булдыҡһыҙҙар һәм көнсөлдәр йәшәүенә туҡталып, һуңғыларына ҡаршы килешмәүсән дау аса. “Ышаныс” исемле поэмаһы ысын кеше булыуҙың, кешегә ышаныстың ни тиклем ҙур һәм яуаплы вазифа икәнен драматик ваҡиғалар аша публицистик пафос менән поэтиклаштырыу йәһәтенән хәҙер ҙә иғтибарға лайыҡ.

Рафаэль Сафин “Күктүбәлә күргән бер төш тураһында” тигән шиғырында донъяла йәшәү һәм ижад маҡсаты хаҡында һүҙ ҡуҙғата. Заманында В. Маяковский шағирҙың вазифаһын, ҡояш менән тиңләп, кеше күңеленә нур һәм яҡтылыҡ һибеүҙә раҫлаһа, Р. Сафин диңгеҙ образын кеше һәм шағир хеҙмәтенә тиңләй.

Рафаэль Сафин шиғриәте эске моңға бай. Шағир өсөн донъя үҙе, гүйә, шау моң. Әй буйҙары, тыуған яғының урман-тау шауҙарын, йылға, шишмәләре сылтырауын, ҡоштар һайрауын, күк күкрәүҙәрен, кешеләрҙең йырҙарын – бар тәбиғәт өн-ауаздарын, кеше күңелен үҙенә һеңдергән тәбиғи моң ул. Шағир йәненә һәм аңына улар, гүйә, ер һуты, әсә һөтө, тәбиғәт шауы менән бергә һеңгән дә һуңынан йыр, шиғыр булып яралған. Уның поэзияһының музыкаллеге лә ошонан. Рафаэль Сафин – гүйә, үҙе уйнаған гармун моңдарын шиғыр теленә лә еңел күсерә. “Гармун” исемле лирик поэмаһы асылда уның музыкаль тәбиғәтен дә асып бирә.

Йөрәгемде һағыш урап алһа,

Ҡайғы сығып баҫһа юлыма,

Йә һирәкләп шатлыҡ килеп инһә,

Тальянымды алам ҡулыма, –

тип юҡҡа ғына әйтмәйҙер ул.

Ерем моңо... Ғүмерем буйы

Тартыр Әйем буйына.

Уйылам инде, уйылам

Ергенәйемдең моңонан, –

ти икән шағир, ер моңона һоҡланып, уйҙарға бирелеп уйылып китеүҙәренә ышанаһың.

Шулай ҙа Р. Сафин шиғриәтендә яҡты моң, күңелдәрҙе күтәрә, һағыштарҙы баҫа торған сихри моң көслө. Исеме үк әйткәнсә, “Аҡ моңдар” исемле лирик китап быны тулыһынса раҫлай.

Алда әйткәнсә, Р. Cафин поэзияһы шул уҡ ваҡытта сағыу биҙәкле лә. Был йәһәттән тәбиғәт төҫтәре, рәсем сәнғәте буяуҙары уға бик тә хас, хатта уның күп кенә поэтик образдары скульптор һынлы. Мәҫәлән, “Әй моңдары” циклындағы ҡаялағы ҡайын, Ыласынташ нәҡ шундай. Шағирҙың көҙгө усаҡтары ут ҡыҙыл, үҙ йәшлеге гел йәшел, күптән үткәндәре зәңгәр монарлы, алғы офоҡтары шәфәҡ нурлы. Асылдары йәнә шунда, уларҙың ниндәйҙер бер образ йәки һын-ҡиәфәт алған биҙәгенә йә традицион, йә өр-яңы мәғәнә-айыш һалынған булыр.

Йәшлегемдең йәшел тауы ҡалды,

Һары тауҙа атты һары таң.

Һары тауҙа әйтте ҡыймай ғына

Һары сәсле һылыу: “Яратам!”

Бындай юлдарҙа шиғырҙың музыкаллеген ҡеүәтләр аллитерациялар, шиғырҙа сатраш биҙәктәр, төҫтәр контрастлығы ғына түгел, ә шул буяуҙар сағылышында – поэтик сараларҙа ярым кинәйәле, символик мәғәнә лә ята: йәшлектәге йәшел елбәҙәк һөйөү, күпмелер олоғайып, олпатланғас, бер аҙ һары һағышлы сабыр һөйөүгә күсер. Ә сабыр төбө – һары алтын.

Шағирҙың бер китабы “Һоҡланыу” (1967) тип исемләнгән. Был исем Р.Сафин поэзияһының донъя, һәйбәт кешеләр менән һоҡланыуҙарынан тыуғанлығын, лириканың һоҡланыуҙан торғанлығын аңлата.

Атаҡлы әрмән М. Сарьян: “Һәр сәнғәт әҫәрендә һоҡланыу булыу шарт”, – ти. Сәнғәттең маҡсаты тип тә өҫтәй ул, кешене бәхетле итеү, унда тормошто раҫлаусан идеялар уятыу, яманға һәм үлемгә ҡаршы көрәшкә рух өрөү [16; 7].

Рафаэль Сафиндың күп кенә поэтик образдары символикаға һәм аллегорияға нигеҙләнгән. Ул йыш ҡына халыҡсан традиционн символдарҙы уңышлы ҡуллана. “Әй моңдары” циклындағы, мәҫәлән, ҡайын, ҡая образдары нәҡ ана шундай халыҡсан символдар.

Йәки бына уның атаҡлы “Ҡыр ҡаҙҙары” шиғыры. Уға: “Киткән ҡаҙҙар кире ҡайта, ә һин ҡайырһың микән?” тигән халыҡ йырынан һүҙҙәр эпиграф итеп алынған. Халыҡ йырынан килгән ҡыр ҡаҙҙары символикаһы үлемһеҙ хәтер һыны булып алға килә, үҫтерелә, байытыла.

Лирик шиғырҙарында Р.Сафин тәбиғәт күренештәрен кеше уй-кисерештәре менән йәнәш ҡуйып һүрәтләргә ярата. Шулай үҙенән-үҙе йәнәшәлек – психологик параллелизм алымдары хасил була, аллегорияның роле арта.

Р. Сафин яңылыҡты, матурлыҡты данлағанда шағирҙарса һоҡлана белһә, ят, йәмһеҙ күренештәрҙе фашлағанда ла шағирҙарса нәфрәтләнә һәм бүтәндәрҙе лә нәфрәтләндерә ала.

Шағир өсөн шиғриәт, матурлыҡ, гүйә, бер илаһи көс, сөнки уныңса донъя ла, күңел күрке лә, йәшәү мәғәнәһе лә ошо матурлыҡта, кешенең бар яҡтан камиллығында. Шул йәһәттән шағир матурлыҡты күрә һәм күрһәтә белеүе менән генә түгел, үҙе лә уның ижадсыһы булыуы менән бәхетле.

Мөхәббәт шиғырҙары ла кешенең күңел күркен, саф тойғоларын йырлауға арналған. Уларҙа ғашиҡтарға хас күпме сафлыҡ, инсафлыҡ, ихласлыҡ бар! Йәш ғүмерҙең изге минуттары, гүзәллектең ҡабартланмаҫ мәлдәре ни тиклем нескә һәм хисле тасуирланған. Әммә шағирҙың мөхәббәте гел алсаҡ түгел, йыш ҡына үтә һағылышлы, хатта драматик мөхәббәт. Уның йәшлегендә “ғүмерҙең изге минуттары, ҡабатланмаҫ мәлдәре” бар. Олоғая бара ул сая тойғоға һағыштар, ҡайғы-ғәмдәр килеп сырмала.

Шағир үҙе ғүмерҙәр уҙа олпатлана килгән кеүек, 80-90-сы йылдарҙағы поэзияһы уй-тойғоларға тағы һәлмәкләнә, драматизм, психологизм һыҙаттары тәрәнәйә бара.

ХХ быуаттың һуңғы сирегендә киҫкен үҙгәрештәр, төрлө даулы, яулы, болалы ваҡиғалар, кеше яҙмыштарының хәтәр мәлдәре, иман, әҙәп-әхләҡтең ҡаҡшаған мәлдәре шағирҙы хәүефтәргә лә һала.

Шағир кешелек яҙмышын үҙ яҙмышынан тамсы ла айырып ҡарамай. Заманаһы шатлыҡтары – уның шатлыҡтары, заманаһы хафалары – уның хафалары. Быуат фажиғәләре уның йөрәген ут булып өтә.

Заманалар үҙгәреп, өҙгөстәргә, төрлө алыпһатарҙараға, малҡыуарҙарға киң юл асылғанда, ғәҙелһеҙлектәр баш ҡалҡытҡанда шағир намыҫы дау күтәрә.

Көндәлк тормошта ғына түгел, йәмғиәттең эсендә осрап торған яманлыҡтарға, түбәнлектәргә күҙ йомоп ҡарарға ла, битараф ҡалырға ла күнегә алмай шағир. Ниндәй генә ҡаты елдәр иҫмәһен, яҙмыш уға нисек ҡаты бәрелмәһен, шағир иманын остоҡ та ҡаҡшатмаҫ, фани донъяларҙан һис биҙмәҫ:

Юҡ, донъянан, юҡсы төңөлмәнем,

Ил алдында камил иманым,

Нисек булһа, улай ҡабул иттем

Ел-ямғыры, әсе буранын.

Йыйып әйткәндә, Рафаэль Сафиндың хәҙерге поэзияһы йәмғиәтебеҙҙең 80-90-сы йылдарҙағы киҫкен боролоштары, заманаһының ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы хәл-ваҡиғалар менән бәйле рәүештә драматизмдың, болоҡһоу уй-тойғоларҙың ҡуйырыуы менән үҙенсәлекле һәм көслө.

Етмешенсе йылдарҙан башлап Р. Сафин драматургия өлкәһендә күберәк эшләй. Ул “Йәнбикә”, “Тилекәй”, “Ғәзизәкәй балдыҙ”, “Ҡыр ҡаҙҙары” тигән пьесаларын яҙа. Улар барыһы ла Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә, бүтән прфессиональ, халыҡ театры сәхнәләрендә ҡуйыла. Уның драма әҫәрҙәре романтик күтәренкелек, әҙәп-әхләҡ мәсьәләләренең үткер ҡуйылышы менән әйырылып торалар. Йәғни поэзияһындағы булған төп һыҙаттар һәм мотивтар уның драматургияһына ла күсә.

Рафаэль Сафин үҙенә драматург булараҡ танылыу килтергән тәүге пьесаһы “Йәнбикә”не жанры яғынан драматик поэма тип исемләгәйне. Йәғни ул поэзия менән драматургия сифаттарын бергә ҡушҡан шиғри сәхнә әҫәре була. Ул яҙылышы, формаһы менән аҡ шиғыр. Классик трагедиялар жанрына оҡшаш.

“Йәнбикә” – йөкмәткеһе менән дә фажиғәгә нигеҙләнгән әҫәр. Хәл-ваҡиғалар үҙәгендә төп героиня Йәнбикәнең трагик үлеме һәм уның онотолмаҫ яҡты иҫтәлеге тора. Автор Йәнбик! Ише кешенең кешеләр өсөн бар ғүмерен бағышлаған, шул юлда фажиғәле үлеп ҡалған заттың үлмәҫ исемен ололай. Йәнбикә исеме үҙе үк уның үлемһеҙ, романтик тәбиғәтле йән икәненә ишаралай.

Һағышлы трагик моң, Йәнбикәнең үткән һәм хәҙерге ғүмер юлын моңға мансып, әҫәрҙең буйынан буйына оҙата бара. ЙӘнбикә хаҡындағы йыр сәхнәләрҙән төшөп, аҙаҡ халыҡ күңеленә, яратып башҡарылыр йырҙар репертуарына инде.

“Ҡыр ҡаҙҙары” драмаһында иһә Рафаэль Сафин үҙенең “Ҡыр ҡаҙҙары” шиғыры мотивына әйләнеп ҡайта. Унда шиғырҙағы символик образдар (ҡыр ҡаҙҙары), драматик фажиғәле мотив сәхнә рамкалары киңлегендә һәм яҡтылығында яңыса һынлана, сәхнә сәнғәтенә хас тамашаларға әүерелә.

Рафаэль Сафин “Тилекәй”, “Ғәзизәкәй балдыҙ” тигән пьесаларында ла, драматик үткер әҙәп-әхләҡ мәсьәләләрен үҙәккә ҡуйып, шағирҙарса пафослы раҫлау рухын психологик нескәлек менән оҫта ҡушып, шағир драматург булып ҡала. Уның драматик поэмаларының көсө һәм үҙенсәлеге поэтик театр сифаттарына эйә булыуҙа.

Рафаэль Сафин хәҙергә әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөн һәм кимәлен билдәләшкән яҙыусылар сафында. Уның шиғыр, поэма, пьесалары буйынса егерменсе быуаттың икенсе яртыһында йәшәгән кешеләрҙең, үҙ замандаштарының шиғырға, йырға, сәхнә әҫәренә күскән уртаҡ уй-тойғоларын, шатлыҡ һәм ҡайғыларын, һөйөү һәм нәфрәттәрен, күңел донъяларын сыҡ тойорға мөмкин.