Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Кузибаева Гульгина, 4 БяЛ-Диплом-2015.doc
Скачиваний:
60
Добавлен:
17.05.2015
Размер:
316.93 Кб
Скачать

2.2. Рафаэль Сафин ижадында антонимдарҙың бирелеше

Образлы телмәр тыуҙырыуҙа антонимдарҙың да роле ҙур. Антонимдар тип ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәргә әйтәләр. Антонимик рәттәге ике һүҙ ҡапма-ҡаршы мәғәнәнең сиген белдерергә тейеш, ә улар араһында булған һүҙҙәр антоним мөнәсәбәтен белделмәй.

Телдәге бөтә һүҙҙәрҙең дә антонимдары булмай. Һүҙҙәрҙең мәғәнәһендә ҡапма-ҡаршылыҡҡа барып етерлек сифат билдәһе булғанда ғына уларға ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр табырға мөмкин. Шуға күрә лә төп сифаттарҙың һәм рәүештәрҙең антонимдары күп була. Р.Сафин уларҙы бик оҫта ҡуллана: алсаҡ – һауалы, йомарт – һаран, ҡыйыу – ҡурҡаҡ, ғорур – юха һ.б.

1. Сифатҡа һәм рәүешкә ҡараған антонимдарҙың ҡулланылышына миҫалдар:

Береһе алсаҡ,

Береһе һауалыраҡ;

Һаулынан шағир сығамы?

Береһе йомарт,

Береһе һараныраҡ;

Ә һарандан шағир сығамы?

Береһе ҡыйыу,

Береһе ҡурҡағыраҡ;

Ә ҡурҡаҡтан шағир сығамы?

Береһе ғорур,

Береһе юха аҙыраҡ;

Ә юханан шағир сығамы?

(“Ике яҙмыш”).

Антоним һүҙҙәр, башлыса, рәүешкә, сифатҡа, исемгә, ҡылымға ҡарай. Тура мәғәнәлә алынған исемдәрҙең һәм ҡылымдарҙың антонимдары аҙыраҡ була. Улар шулай уҡ башлыса сифат билдәләре булған исемдәрҙә һәм ҡылымдарҙа барлыҡҡа килә: көн – төн, шатлыҡ – ҡайғы, менеү – төшөү һ.б. [3; 44].

  1. Исемгә ҡараған антоним иштәрҙең ҡулланылышы:

Ҡыш килер ҙә китмәҫ кеүек ине,

Иреп аҡты инде аҡтыҡ ҡар.

Мөхәббәттең йөҙө – һағыш, тимә,

Һағыш эсендә лә шатлыҡ бар.

Яҙ килер ҙә китмәҫ кеүек ине,

Үтте йәй ҙә. Төштө тәүге ҡар.

Мөхәббәттең йөҙө – шатлыҡ, тимә,

Шатлыҡ эсендә лә һағыш бар.

(“Ҡыш килер ҙә китмәҫ кеүек ине”).

Йөрәгемде һағыш бөрөп алһа,

Ҡайғы сығып баҫһа юлыма,

Йә аҙашып шатлыҡ килеп керһә,

Тальянымды алам ҡулыма…

…Эх, уйнале, тальян! Өҙҙөр әйҙә,

Моң-шарабың менән иҫертеп.

Килә ятҡан ҡартлыҡ боролоп китһен,

Йәшлек моңон һиндә ишетеп.

(“Тальяным”).

Кем тамуҡтан ҡурҡа – ул һөйөүҙә

Ни икәнен белмәй йәннәттең.

(“Аҡланмайым, үкһеп ҡапланмайым”).

Был миҫалдарҙа һағыш – шатлыҡ, ҡайғы – шатлыҡ, ҡартлыҡ – йәшлек, тамуҡ – йәннәт антонимдары исем һүҙ төркөмөнә ҡарай.

Айыра беләм аҡты ҡаранан, тип

Маҡтаныуым юҡҡа булған икән.

Болан менән йылан… Шуларҙы ла

Айыра белмәй ғүмер уҙған икән.

(“Бер сибәргә”).

Был юлдарҙа шағир яҡшылыҡ – яманлыҡ, матурлыҡ – насарлыҡ мәғәнәләрен аҡ – ҡара һүҙҙәре, болан – йылан образдары аша бик матур итеп һынландыра.

  1. Ҡылымға ҡараған антонимдар: китеү – ҡайыу, илау – көлөү, һөйөү – күралмау, яныу – өшөү, ҡартайыу, йәшәреү, асыу – ябыу һ.б.

“Кисер, йәнем,

Әгәр төндәреңдә

Төштәреңә кереп борсоһам!

Эшкә киткәнеңдә, ҡайтҡаныңда,

Тоғро эттәй, уйым арттарыңдан

Эйәреп барһа, ҡалмай бер тотам!”

(“Һөйөү”).

Аҫта ҡалды ҡырыҫ ҡараштарың,

Мин уларҙан инде өшөмәм.

Берсә илап, берсә көлгән булып,

Кермә минең, кермә төшөмә!

(“Кермә минең, кермә төшөмә!”).

Әллә нисек булды беҙҙең һөйөү,

Бөтәлмаҫлыҡ мәңге төшөнөп.

Үҙем һөйҙөм, үҙем күралманым,

Үҙем яндым, үҙем өшөнөм

Яҡшылыҡты һаҡлай белә йөрәк,

Яҡшылыҡта сере йәшәүҙең.

Яманлығың менән мин ҡартайҙым,

Яҡшылығың менән йәшәрҙем.

(“Әллә нисек булды беҙҙең һөйөү”).

Кем керһен һуң инде буш ҡапҡанан,

Кереп тә ул унда ни таба?

Тик ел генә, шаян ел генә тик

Бер аса ла уны, бер яба.

(“Ҡутарҙылар өйҙө, емерҙеләр…”).

Р. Сафин поэзияһында урын алған антонимдарҙы, филология фәндәре кандидаты, телсе-ғалим В.Ш. Псәнчин классификацияһы буйынса, түбәндәге лексик-семантик төркөмдәргә бүлеп өйрәнергә була:

1) Кешенең хәлен, кәйефен һ.б. сифаттарын сағылдырған антонимдар:

Ә кешеләр… улар башҡасараҡ

Ҡиәфәттә килеп баҫтылар.

Ҡыйыуҙыр тип уйлап йөрөгәнем

Ҡурҡаҡ булып сыҡты,

Ул бары тик яҙмыш ҡулындағы

Ҡурсаҡ булып сыҡты.

Ҡурҡаҡтыр тип уйлап йөрөгәнем

Батыр булып сыҡты,

Ер уйылһа, дуҫҡа күпер булып

Ятыр булып сыҡты. (“Ҡайтығыҙ!”).

Ҡыйыу – ҡурҡаҡ, ҡурҡаҡ – батыр кеүек абсолют антонимдар менән бер рәттән шағир ҡурҡаҡлыҡты – яҙмыш ҡулындағы ҡурсаҡ, батырлыҡты дуҫҡа күпер булып ятыу менән тиңләй, йәғни ҡурсаҡ һәм күпер һүҙҙәре контекстуаль антонимдар булып сыға. Шағир “Ҡайтығыҙ” исемле шиғырында, шул рәүешле, тыуған яғына, әсәһе тупһаһына ҡайтҡандарҙың күп нәмәгә күҙҙәре асылыуын, тирә-йүндәге кешеләрҙең ысын йөҙөн күреүҙәрен тасуирлай.

2) Тәбиғәт күренештәрен белдергән антонимлы иштәр:

Тышта бөгөн ынйы ҡарҙар яуа.

Үҙе һалҡын, үҙе йылы кис.

Йыһан үҙе бөгөн, йыр-моң һуҙып,

үткәрәлер төҫлө бенефис. (“Бенефис”).

Лирик шиғырҙарында Р. Сафин тәбиғәт күренештәрен кешенең уй-кисерештәре менән йәнәш ҡуйып һүрәтләргә ярата, шул ваҡытта ул тәбиғәт күренештәрен белдергән антонимлы иштәр менән эш итә лә инде.

3) Ваҡыт мөнәсәбәтен белдергән антоним һүҙҙәр:

Ҡартайылдымы әллә? Талдымы әллә

эштә бәхет тапҡан был ҡулдар,

ҡышҡы селләләрҙә балта тотҡан,

йәйен бесән сапҡан был ҡулдар? (“Шырпы һыҙҙым…”).

Был шиғырҙа Р. Сафин донъялыҡта бер нәмәнең дә мәңгелек түгеллеге тураһында уйлана.

4) Урын һәм арауыҡ (пространство) мөнәсәбәтен аңлатҡан антонимлы иштәр:

Күктәргә мин аштым.

Тик ерҙәген

Ерҙәгеһен һаҡлай алманым. (“Үкенестәр”).

“Үкенестәр” тип исемләнгән шиғырында шағир ошондай антонимдар ҡулланып, үткән ғүмерендәге үкенесле эштәрҙе барлай.

5) Төҫ, тәм, ауырлыҡ, күләм мөнәсәбәттәрен белдереүсе антонимлы иштәр:

Ах, булды шул, булды: аҡ юлымда

Туҙылып та ҡалды ҡара саң. (“Атайым һүҙе”).

“Атайым һүҙе” шиғырында автор төҫтө белдереүсе был антонимдар ярҙамында тормошоноң яҡшы һәм насар яҡтарын сағылдыра.

Шағирҙың ижадында антитезалар ҙа ҡулланыла. Улар шиғри әҫәрҙәрҙә шулай уҡ эмоциональ яңғыраш барлыҡҡа килтерә. «Антонимдарға нигеҙләнгән һәм йөкмәткеләре яғынан бер-береһенә ҡаршы ҡуйылған һүҙбәйләнештәр йәки һөйләмдәр поэтик синтаксиста антитеза тип атала» [1; 43]. Шағирҙың “Шулай белә кеше донъяны” шиғырына күҙ һалайыҡ:

Уйлай инем, ғүмер юлдарыма

Гөл һибелеп ҡалыр, тип элек,

Әле баҡһам, унда йөрәгемдең

Ярсыҡтары ята һибелеп. (“Шулай белә кеше донъяны”).

Был юлдарҙа антитеза алымы аша автор тормош гел беҙ уйлағанса бармауы тураһында яҙа.

Р. Сафиндың лирик шиғырҙарында саф антонимдар ҡапма-ҡаршы образдар тыуҙырыуҙа киң файҙаланыла:

Ҡурҡаҡ түгел инем мин үҙем дә

Мөхәббәт һәм нәфрәт алдында.

…Тәүәккәллек кәрәк, тәүәккәллек,

Айырырға дуҫты дошмандан,

Бауырыңы инер ялағайҙы

Тибеп осорорға тупһаңдан.

Онотмайыҡ: минут-секундтарҙы, –

көс барҙа ла, көсһөҙ саҡтарҙа ла, –

тәүәккәллек – ул хәл итәһен. (“Тәүәккәллек”).

Образ тыуҙырыуҙа автор шулай уҡ контекста ғына ҡапма-ҡаршы мәғәнәле булған лексик берәмектәрҙе лә ҡуллана. Мәҫәлән, шул уҡ “Тәүәкәллек” шиғырында ҡурҡаҡлыҡ һәм тәүәкәллек һүҙҙәре антоним булараҡ ҡулланылған. Асылда ҡурҡаҡлыҡ һүҙенең антонимы булып батырлыҡ һүҙе тора. Шуға ҡарамаҫтан, был ике һүҙ, контекста антоним булып ҡулланылып, шиғырҙың эмоционаллеген, телмәрҙең күркәмлеген арттырыуҙа мөһим роль уйнай:

Ләғнәт төшһөн, тимен, ҡурҡаҡлыҡҡа,

Тәүккәллек, тимен, йәшәһен! (“Тәүәккәллек”).

“Тауға ҡарап” шиғырында сүп һәм күк һүҙҙәре контекст эсендә антоним булып килгәндәр. Автор уларҙың береһенең үтә бәләкәйлеген, икенсеһенең икһеҙ-сикһеҙлеген күҙ уңында тотҡан:

Тауҙарҙың да барҙыр үҙ бәхәсе, –

Тик сүп менән түгел, күк менән. (“Тауға ҡарап”).

Шағир лексик антонимдар менән бер рәттән (аҡыллы – йүләр, аҡыллы – алйот), антоним фразеологизмдарҙы уңышлы ҡуллана: һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырыу (юхалау) – тураһын әйтеү; баш һалыу (ғүмерен биреү) – телмәр һибеү (ҡоро һүҙ һөйләү) һ.б.

Бер иптәшкә, һалпы ерен табып,

Мәрәкәләп “һалам ҡыҫтырҙым”.

Аҡыллылыр көлдө, ә был йүләр

Разбуй һалып миңә ҡысҡырҙы.

Аҡыллыға тура әйтеп тә мин

Яҡшы булып баҫтым ҡаршына,

Ә алйотҡа “һалам ҡыҫтырып та”,

Бәлә ала яҙҙым башыма.

(“Бер иптәшкә, һалпы ерен табып…”).

Ватан өсөн ниҙәр генә

Эшләмәнек беҙ, йәнем.

Булды: берәү башын һалды,

Берәү һипте телмәрен.

(“Ватан өсөн”).

“Була шулай…” шиғыры ла тәбиғи һә тормоштағы ҡапма-ҡаршылыҡтар, көтөөлмәгән метаморфозалар арҡыры донъялағы диалектиканы, күңелдәге киҫкен кисерештәрҙе үҙенсә поэтиклаштырыуға ҡоролған:

Була шулай: йөҙҙәреңдә

Ҡайғы көлә, шатлыҡ илай,

Булғанына шөкөр итеп

Ятыр мәлдә йәнең тулай.

Була шулай: көндәреңдән

Төнөң була ҡояшлыраҡ,

Маҡталыуың була ҡайсаҡ

Маҡтаныуҙан оятлыраҡ.

Була яҡын йырағың да,

Яҡының да була йыраҡ,

Дуҫың йөрөй тешен ҡайрап,

Дошман килә ғәфү һорап.

Була, хатта аҡыллыға

Аҡыл һата бер диуана,

Ут тигәнең боҙҙай туңа,

Боҙ тигәнең уттай яна.

Ҡояш түгә күҙ йәштәрен,

Яҡты нурҙар сәсә болот,

Сәскәләр таш булып ҡата,

Таштар шиңә сәскә булып.

Ҡаршылыҡлы был донъяға

Кемдәр генә хайран түгел!

Ҡаршылыҡтар менән тулы

Әллә минең генә күңел?

Минутына ҡырҡ утҡа

Инеп, ҡырҡ һыуҙы кисә.

Ярай әле һиндә ҡала

Бөтәһе лә әүәлгесә:

Һөйөүҙәрең һөйөү булып,

Көйөүҙәрең көйөү булып.

(“Була шулай: йөҙҙәреңдә”).

Ана шулай ҡапма-ҡаршылыҡтарға иғтибарҙы туплау шағирға яҡшылыҡ һәм яманлыҡ, изгелек һәм яуызлыҡ, намыҫ, выждан, бурыс кеүек мәңгелек темаларҙы мораль кодекс юғарылығынан тороп яҡтыртыуға, яңыртыуға, яңылыҡты ҡыйыу яҡларға, иҫкелекте көйҙөргөс утҡа тоторға киң юл аса. Рафаэль Сафин поэзияһының гражданлыҡ пафосы, әйҙәүсән көсө ошонда нығыраҡ сағыла.

Шулай итеп, антонимдар, күркәм телмәр сараһы булараҡ, Р. Сафин ижадында әүҙем ҡулланыла. Улар, башлыса, тормоштағы күренештәрҙең ҡатмарлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыу, бер үк образдың ике сифатын ҡапма-ҡаршы ҡуйыу, кешеләрҙең ике йөҙлөлөгөн сағылдырыу өсөн хеҙмәт итәләр. Шағир, антонимдарҙы уңышлы ҡулланып, лирик әҫәрҙәренең эмоционаллеген бермә-бер арттыра.