Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Оформление дипломных работ 6 ОЗО.doc
Скачиваний:
4
Добавлен:
28.04.2019
Размер:
270.85 Кб
Скачать

Башҡортостанда ике теллелек мәсьәләләре

Һүҙ менән:

ӨСӨНСӨ БҮЛЕК

Республикаға исем биргән башҡорт халҡы теленең юридик статусы

Һәр бүлек яңы биттән башлана. Бүлектең исеме менән текст араһында 7-10 мм (компьютерҙа 1 интервал) буш юл ҡалдырыла.

Эштең айырым биттәрендә урынлашҡан иллюстрациялар (таблицалар), һыҙымдар, схемаларҙы уртаҡ нумерацияға индерәләр. Таблицаларҙан тыш иллюстрациялар "һүрәт" тип билдәләнә һәм ғәрәп һандары менән бүлек сиктәрендә номерлана. Мәҫәлән:

1-се һүрәт

Һүрәт номерынан һуң нөктә ҡуйылмай. Иллюстрацияның номеры биттең аҫҡы өлөшөндә яҙыла.

Әгәр эштә бер генә иллюстрация урынлаштырыла икән, уны номерламайҙар һәм "Һүрәт" һүҙен яҙмайҙар.

Таблицаларҙы ғәрәп һандары менән бүлек сиктәрендә номерлайҙар. Таблицаның уң яҡ өҫкө мөйөшөндә "Таблица" һүҙен таблицаның номерын күрһәтеп урынлаштыралар. Таблица 1.2 (1-се бүлектең 2-се таблицаһы). Әгәр таблица берәү генә булһа, ул номерланмай һәм "Таблица" һүҙе яҙылмай. Таблицаны икенсе биттә дауам иткәндә номерын бер тапҡыр тәүге биттә уң яҡтан күрһәтәләр, ә ҡалған өлөштәрендә "Дауамы" һүҙен яҙалар. Таблицалар күп булһа, "Дауамы" һүҙе эргәһендә таблицаның номерын күрһәтәләр. Мәҫәлән:

1-се таблицаның дауамы

Һылтанмалар, төшөрмәләр биреү тәртибе

Башҡарылған ғилми эштең маҡсатына ярашлы, унда башҡа хеҙмәттәрҙән өҙөктәр (цитаталар) алына.

Ҡағиҙә булараҡ, һүҙмә-һүҙ килтерелгән цитаталар тырнаҡтар эсенә алына, һәм был өҙөктәрҙең ҡайһы сығанаҡтан алынғаны мотлаҡ күрһәтелергә, йәғни һылтанмалар яһалырға тейеш. Башҡа авторҙарҙың идеяларын, фекерҙәрен, төрлө факттарҙы, мәғлүмәттәрҙе һылтанмаһыҙ ҡулланыу авторлыҡ хоҡуғын боҙоу тип ҡабул ителә, һәм ғилми хеҙмәтте башҡарыусының плагиатлыҡта (әҙәби ҡараҡлыҡта) ғәйепләнеүе мөмкин.

Һылтанмаларҙы (ссылки), төшөрмәләрҙе (сноски) биреүҙең ҡабул ителгән билдәле бер тәртибе бар.

Һылтанма (һылтама, тоҫҡама) тип цитатаның ҡайҙан алынғанын текстың эсендә (внутритекстовые ссылки) күрһәткән мәғлүмәт атала. Бындай һылтанмалар текстың аҙағынан да (затекстовые ссылки) бирелергә мөмкин.

Текстың эсендәге һылтанма һәр цитатаның һуңынан түңәрәк йәки квадрат йәйәләр эсендә бирелә. Йәйәләр алдынан да, йәйәләр эсендәге мәғлүмәттән һуң да нөктәләр ҡуйылмай.

Цитатаны килтергәндә автор күрһәтелә икән, йәйә эсендә уның фамилияһын ҡабатлап тороу кәрәкмәй. Мәҫәлән:

-маҫ, -мәҫ юҡлыҡ аффикстарының килеп сығыу тарихын проф. Н.К.Дмитриев шулай аңлата: "Бында ике элемент, бар: -ма, -мә юҡлыҡ аффиксы һәм -ҫ; быныһы башҡа төрки телдәрендә с өнөнә ҡайтып ҡала; был өн, үҙ нәүбәтендә, төрки телдәренең боронғо яҙмалары күрһәтеүенсә, з өнөнә барып тоташа (ал-маз, бер-маз, ә төрки телдәрендәге з өнө төрки телдәрендә ғәҙәттәге хәл булған р/з сиратлашыуы һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан" (Башҡорт теле грамматикаһы, 1950, 160-сы бит).

Диплом эше, диплом эшенең аҙағында, ҡағиҙә булараҡ, ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге, йәғни библиография бирелә, шунлыҡтан йәйәләр эсендә китаптың авторы ла, китаптың исеме лә күрһәтелмәҫкә мөмкин: [1950, 160-сы б.].

Библиографияла был авторҙың хеҙмәте берәү генә булһа, цитата алынған биттәр генә күрһәтелә: [160].

Библиографияла сығанаҡтар дөйөм нумерация аҫтында бирелһә, йәйәләр эсендә был китаптың ул исемлектә килеү тәртибе генә күрһәтелә: [8, 160-сы б.] йәки [8: 160] йәки (8, 160). Библиографияла иһә был хеҙмәт хаҡында тулы мәғлүмәт бирелә:

8. Дмитриев Н.К. Башҡорт теленең грамматикаһы. – Өфө: Башгосиздат, 1950. – 300 бит.

Миҫалдар:

Был төрҙәр тел фәнендә функциональ стилдәр тип атала [Розенталь Д.Э., 1974, 21-се б].

Профессор М. В.Зәйнуллин башҡорт телендә хәбәр һөйкәлеше, шарт һөйкәлеше, бойороҡ һөйкәлеше, теләк һөйкәлеше, ихтималлыҡ һөйкәлеше, ниәт-маҡсат һөйкәлештәрен таный [Ҡарағыҙ: Хәҙерге башҡорт әҙәби теле: Морфология. Юғары уҡыу йорттарының филология факультеты студенттары өсөн дәреслек. – Өфө: БДУ баҫмаһы, 2002. – 388 бит].

" ... Монгол, уйғыр, ҡытай, төрки халыҡтарында төҫтәргә ҡарата мөнәсәбәт төрлөсә" [Баскаков, 1980, 205-се б.] йәки (Баскаков 1980: 205) йәки [Баскаков 1980, 205].

Н. А. Баскаков бер үк ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең төрлөсә аталыуҙарына миҫалдар килтерә: рустар уларҙы – половецтар, венгрҙар ҡундар (ҡуман терминынан) тип йөрөткән [Шунда уҡ, 200-сө б.] йәки (1980, 200).

Профессор И.Г.Добродомов иһә был этнонимдарҙағы төҫтәр билдәләнешен символик рәүештә генә килеп сыҡҡан тип иҫәпләй [1978].

Боронғо ҡытай этнонимияһына ҡытайҙарҙы идара иткән династия исеме менән атап йөрөтөү традицияһы хас [Очерки общей этнографии. Зарубежная Азия, 1959, 32-33-сө б.].

Текстың аҙағындағы һылтанма бөтә текстың һуңынан библиографик белешмә йәки иҫкәрмә (комментарий) рәүешендә бирелә. Бының өсөн ғәрәп һандары (1, 2, 3), һирәк осраҡта (һылтанмалар әҙ булғанда) йондоҙсоҡтар (*, **, ***, ****) ҡулланыла. Бындай һылтанмалар нигеҙҙә мәҡәләләрҙә ҡулланыла. Диплом эшендә, диссертацияларҙа һылтанмалар цитаталар килтерелгән биттә үк аҫҡа төшөрөлгәнлектән, текст аҙағындағы иҫкәрмәләр ҡулланылмай тиерлек. Артабан ана шул төшөрмәләр биреү тәртибен ҡараясаҡбыҙ.

Төшөрмәләр, икенсе төрлө әйткәндә, төп текстың бит аҫтына төшөрөп бирелгән өҫтәмә яҙыу рәүешендәге һылтанмалар һәр бер биттең иң һуңғы юлының аҫтында килтерелә, текста һәм төшөрмәлә ғәрәп һандары (1, 2, 3), һирәк осраҡта йондоҙсоҡтар (*,**,***,****) менән билдәләнә. Унда цитатаның ҡайҙан алынғаны күрһәтелә, башҡа төрлө иҫкәрмәләр, тексҡа өҫтәлмә мәғлүмәттәр килтерелә. Төшөрмә төп текстан тура һыҙыҡ менән айырыла. Мәҫәлән:

Телсе Р.Ф.Зарипов исемдең килеш категорияһына арналған хеҙмәттәрендә -лы, -һыҙ, -дағы, -дай, -ныҡы аффикстары ҡушылып яһалған формаларҙы килеш формалары тип ҡарай.1

Хәҙерге башҡорт телендә бындай үҙенсәлекле модаль формалар рәтенә тейеш һәм кәрәк модаль һүҙҙәре менән яһалған күп һанлы аналитик конструкциялар ҡарай.2

Цитаталар алыу тәртибе

Алдағы бүлектә әйтелеүенсә, башҡарылған ғилми эштең маҡсатына ярашлы, унда башҡа хеҙмәттәрҙән өҙөктәр (цитаталар) алына. Улар урынлы ҡулланылырға тейеш. Цитаталар менән артыҡ мауығыу ғилми хеҙмәтте биҙәмәй. Ике цитатаны бергә ҡушырға ла ярамай.

Авторҙың ғилми эрудицияһы цитаталарҙы дөрөҫ ҡулланыуҙа күренә, бының өсөн цитаталарҙы ҡулланыу ысулдарын, йәғни сығанаҡтарҙы сағылдырыу алымдарын үҙләштерергә кәрәк. Мәҫәлән, цитатаны тура телмәр рәүешендә алыу:

"Яһаусы нигеҙҙәр менән һүҙ яһаусы аффикстар ҡушылғанда, – ти М.Х.Әхтәмов, – улар араһына интерфикс тип атап йөрөтөлгән бәйләүсе өндәр өҫтәлергә мөмкин ".3

Профессор Ғ.Ғ.Сәйетбатталов был турала шулай ти: "... эш-хәрәкәттең эшмәкәрен белдергән баш киҫәк эйә тип атала. Эйә (эшмәкәр) хаҡында ни ҙә булһа белдергән ... баш киҫәк хәбәр тип йөрөтөлә.4

Шулай итеп, цитатаны контексҡа төрлөсә индерергә мөмкин:

Автор(ҙар) яҙа (яҙыуынса): "...".

Автор түбәндәгеләрҙе яҙа: "...".

Автор был хаҡта шулай ти: "...".

Автор мәсьәләнең мөһимлегенә күрһәтә: "...".

Автор билдәләүенсә: "...".

Был турала хеҙмәттә (мәҡәләлә) билдәләнеүенсә: "...".

Автор баҫым яһап: "...", – ти.

Автор: "...", – тип, был ҡарашты яҡлай (инҡар итә).

Авторҙың ... хеҙмәтендә: "...", – тип айырып күрһәтелә.

Ошо фекергә ярашлы автор: "...", – тигән иҫкәрмә яһап үтә.

Быға бәйләнешле авторҙың: "...", – тигән фекере менән һис тә килешеп булмай.

Быға бәйләнешле авторҙың: "...", – тигән фекерен килтерергә мөмкин.

"..., – тип яҙа автор(ҙар), – ...".

"... – тип билдәләй автор (ҙар), – ...".

"..., – тип автор һыҙыҡ өҫтөнә ала, – ...".

Автор түбәндәге иҫкәрмәләр яһай: "...".

Шуға ҡарамаҫтан, шундай төҙәтмәләр ҙә бар: "...".

Түбәндәгесә аңлатма бирә: "..." .

Айырым алғанда, был фекергә баҫым яһай: "...".

Шундай һығымта яһай: "...".

Түбәндәге һығымтаға килә: "...".

Ул-йомғаҡлап әйтә: "...".

Һөҙөмтәлә автор ошоларҙы яҙа: "...".

“ … “,– тип күрһәтелә хеҙмәттә (мәҡәләлә).

“ … “,– тигән фекергә өҫтөнлөк бирелә хеҙмәттә.

“ … “,– тип әйтелә был хаҡта.

“ … “,– хеҙмәттә шундай фекер күҙгә бәрелеп тора.

“ … “, – тип автор бындай ҡараштың бөтөнләй ғәмәлгә яраҡһыҙ икәнен иҫбатлай һ.б.

Авторҙың фекерен үҙ һүҙҙәрең менән бирергә теләгәндә цитаталар ситләтелгән телмәр формаһында алына. Тик был осраҡта ла авторҙың һүҙҙәрен теүәл бирергә тырышырға кәрәк. Мәҫәлән:

А.Н.Кононов, мәҫәлән, үзбәк телендә атама һөйләмдәр (атов гаплар) тип төп килештәге исемдән (һирәгерәк – алмаштан) торған һөйләмдәрҙе атай.5

Ситләтелгән телмәр рәүешендә килтерелгән цитаталарҙы биреү юлдары ла төрлөсә:

Автор фекеренсә, ... .

Автор иҫәпләүенсә, ... .

Автор билдәләүенсә, ... .

Авторҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, ... .

Авторҙың был хеҙмәтендә ... тигән фекерҙе осратабыҙ.

Был ҡарашты яҡлап, автор ... тип яҙа.

... тип, автор был ҡарашты яҡлай (кире ҡаға).

Цитаталарҙы авторҙың тик үҙенең хеҙмәтенән алалар, һирәк осраҡта ғына (төп сығанаҡты табып булмаһа, сит ил баҫмаһы булһа һ.б.) авторҙың икенсе сығанаҡта баҫылып сыҡҡан цитатаһына һылтанырға мөмкин, ул саҡта ҡайһы хеҙмәттән һылтанма алынғанын күрһәтергә кәрәк. Мәҫәлән:

Әлбиттә, был фекер менән килешеп булмай. Быға дәлил рәүешендә Б.П.Ардентов А.В.Поповтың шундай фекерен килтерә: "... ҡылымдан йәки исемдән генә торған һөйләмдәр ике составлы (личные) һөйләмдәрҙең эйәһен йәки хәбәрен алып ташлау һөҙөмтәһендә түгел, ә үҙаллы барлыҡҡа килгәндәр, тип уйларға кәрәк. Мәҫәлән, янған предметты күреп ҡалғандан һуң кешеләр тәүҙә "Это есть пожар!" йәки "Есть пожар!" тип, ә һуңғараҡ тик: "Пожар!" тип кенә ҡысҡыра башлағандар икәнен кемдең дә булһа иҫбат итә алыуы икеле "6.

Һәр цитата нәҡ төп нөсхәләгесе, бер ниндәй үҙгәрешһеҙ алынырға тейеш. Хәҙерге орфография һәм пунктуация ҡағиҙәләре буйынса ғына үҙгәрештәр булырға мөмкин. Ҡайһы бер һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, фраза, өҙөктәрҙе төшөрөп ҡалдырырға мөмкин, әммә ҡыҫҡартыуҙар урыны күп нөктәләр менән билдәләнергә тейеш. Мәҫәлән:

Был турала "Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең грамматикаһы"нда: " ... үҙен асыҡлап килгән аныҡлаусылары булыуға ҡарамаҫтан, атама һөйләмдең баш киҫәген һөйләмдең ниндәйҙер бер киҫәге тип ҡарау дөрөҫ булмаҫ ине"7, – тип әйтеп кителә.

Тағы миҫал:

Е.М.Галкина-Федорук, был ғалимдың ҡарашын яҡлап, былай тип яҙа: "Бөтә китаптарҙың исемдәре ... кешеләргә китаптың йөкмәткеһе тураһында хәбәр итеү өсөн яҙыла, Тимәк, улар аралашыу берәмеге, хәбәр итеү берәмеге булып тора, шуға күрә исем менән бирелгән атамаларҙы һөйләм түгел тип әйтеү өсөн нигеҙ юҡ"8 .

Әгәр автор үҙе килтергән өҙөктә ниндәй ҙә булһа һүҙгә йә һөйләмгә уҡыусының айырым иғтибарын йүнәлтергә теләй икән, хәрефтәре курсив менән йәки һирәкләтеп (разрядка менән) бирелә йәки уның аҫтына һыҙыла. Тик шуныһы мөһим: айырып күрһәтелгән һүҙ цитата алынған авторҙыҡы булһа, йәйәләр эсендә был хаҡта әйтеп кителә лә, һыҙыҡ аша диплом эшен башҡарыусының исем, фамилияһының инициалдары ҡуйыла. Мәҫәлән:

Ысынлап та, тип был ғалимдың ошо ҡараштарын яҡлауын белдерә А.К.Федоров, бындай эйәрсән киҫәктәрҙең "эйәгә ҡарата п р е п о з и ц и я л а (разрядка А.Федоровтыҡы – Р.Х.) килеүе һөйләмде интонацион һәм синтаксик йәһәттән ике составҡа бүлеү өсөн уңай шарттар тыуҙыра: Там на неведомых дорожках II Следы невиданных зверей (А.С. Пушкин)", һәм, киреһенсә, бындай эйәрсән киҫәктәрҙең "э й ә н ә н һ у ң (разрядка А. Федоровтыҡы – Р.Х.) килеүе йыш ҡына был һүҙҙәрҙе эйә менән" бер интонацияла әйтергә мөмкинлек бирә һәм был һөйләм атама һөйләм тип ҡабул ителә9.

Ошо уҡ цитата эсендә диплом эшен башҡарыусы үҙе берәй һүҙҙе айырып күрһәтһә, йәйәләр эсендә (разрядка – беҙҙеке) тигән мәғлүмәт бирелә. Мәҫәлән:

Һәм, киреһенсә, бындай эйәрсән киҫәктәрҙең "э й ә н ә н һуң (разрядка А.Федоровтыҡы – Р.Х.) килеүе йыш ҡына был һүҙҙәрҙе э й ә (разрядка – беҙҙеке) менән" бер интонацияла әйтергә мөмкинлек бирә һәм был һөйләм атама һөйләм тип ҡабул ителә.

Шиғри өҙөктәр, эпиграфтар, үҙгәртеп алынған цитаталар тырнаҡтар эсенә алынмай. Мәҫәлән:

Н.Х.Демесинованың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡаҙаҡ телендә атама һөйләмдәр тик хәҙерге заманда ғына килә ала. Үткән һәм киләсәк заманда уларға ике составлы һөйләмдәр тап килә. Бындай ике составлы һөйләмдәрҙең хәбәре ысынбарлыҡты сағылдырған мәғәнәләге ҡылымдан килә.10

Цитата тикшеренеүсегә үҙенең фекерен дөрөҫләргә ярҙам итә, доклад, реферат, ғилми эштәрҙең әһәмиәтен күтәрә. Әммә, әйткәнебеҙсә, цитаталар менән эш иткәндә сама белергә кәрәк. Ни өсөн тигәндә, һеҙҙең ғилми эшегеҙҙә килтерелгән фекерҙәрҙе раҫлау урынына, цитаталарҙың уны бөтөнләй күмеп ташлауы ихтимал.

Исемлектә әҙәбиәтте урынлаштырыу тәртибе

Исемлектә әҙәбиәтте биреү тәртибе автор тарафынан билдәләнә һәм ул эштең характеры, төрө, тәғәйенләнеше менән тығыҙ бәйләнгән.

Алфавит тәртибендә урынлаштырыу киң таралған төп формаларҙың береһе. Был осраҡта авторҙың фамилияһы, әгәр фамилияһы күрһәтелмәһә, хеҙмәттең исеме теркәлә.

Системалы урынлаштырыу тел ғилеме, лингвокультурология, психолингвистика, сағыштырма тел ғилеме һ.б. өлкәләргә ҡағылышлы хеҙмәттәр өсөн алына.

Әҙәбиәтте системалы урынлаштырғанда бөтә китап, мәҡәлә һәм башҡа материалдар белем тармағы, айырым мәсьәлә, тема һәм рубрикалар буйынса һайлана. Тәүҙә дөйөм характерҙағы әҙәбиәт күрһәтелһә, аҙаҡ айырым тема, мәсьәләләр буйынса әҙәбиәт бирелә.

Ғилми етәксе менән килешеп, эштең һәр бүлеге һайын да әҙәбиәт күрһәтелергә мөмкин. Бындай бирелеш системалы бирелешкә оҡшаш.

Әҙәбиәт исемлеген хронологик тәртиптә төҙөү шулай уҡ ғилми етәксе менән килешеп эшләнергә тейеш. Хронологик тәртип ыңғай йүнәлештә һәм тиҫкәре, йәғни кире тәртиптә булырға мөмкин. Был осраҡта хеҙмәттәрҙең, әҙәбиәттең мотлаҡ баҫылып сыҡҡан йылына иғтибар ителә. Хронологик тәртип ғәҙәттә бер генә авторҙың хеҙмәттәренең исемлеген төҙөүҙә уңайлы.

Һәр хәлдә лә, библиография авторҙан тыш, башҡаларға ҡулланыу өсөн дә уңайлы итеп төҙөлә.

Файҙаланылған сығанаҡтарҙы һәм әҙәбиәтте библиографик һүрәтләүҙең төп ҡағиҙәләре

Библиография – диплом эшен, ғөмүмән, ғилми хеҙмәттәрҙе яҙғанда файҙаланылған йәки методик ҡулланма булған хеҙмәттәрҙең исемлеге.

Ғилми эште яҙғанда архив һәм ҡулъяҙмалар фондындағы материалдар файҙаланылһа, улар махсус рубрика эсендә бирелә. Шулай уҡ матур әҙәбиәт исемлеге айырым төҙөлә. Исемлектәге сығанаҡтар һәр бүлек эсендә айырым номерлана. Әҙәбиәт ниндәй телдә сыҡҡан булһа, исемлектә ул шул телдә бирелә. Диплом эштәре рус телендә яҙылған осраҡта, сығанаҡтар ҙа русса бирелеп, китап хаҡында мәғлүмәттән һуң йәйә эсендә уның ниндәй телдә баҫылғанын күрһәтергә мөмкин.

Мәҫәлән: Ахтямов М.Х. Современный башкирский язык: Лексикология, фразеология, лексикография. – Уфа: РИО БашГУ, 2002. – 208 с. (на башк. яз.).

Әҙәбиәт исемлеге һәр бүлек эсендә алфавит тәртибендә урынлаштырыла (авторҙарҙың фамилияһы йәки хеҙмәттәрҙең баш хәрефтәре генә түгел, икенсе, өсөнсө һ.б. хәрефтәрҙең алфавит тәртибе лә иҫәпкә алына).

Китап-хеҙмәттәрҙең библиографик мәғлүмәттәре түбәндәгесә бирелә:

1.Авторҙың фамилияһы менән инициалдары. Нөктә. Китаптың исеме (тырнаҡтар эсенә алынмай). Нөктә. Һыҙыҡ. Ҡала исеме. Ике нөктә. Нәшриәт исеме (тырнаҡтар эсенә алынмай). Өтөр. Хеҙмәттең баҫылып сыҡҡан йылы. Нөктә, һыҙыҡ. Дөйөм биттәр һаны.

Ҡала исемдәренән Мәскәү, Ленинград, Санкт-Петербург ҡалаларының исемдәрен М., Л., СПб. тип ҡыҫҡартыу ҡабул ителгән, башҡа ҡала исемдәре ҡыҫҡартылмай. Мәҫәлән:

Щербак А.М. Сравнительная фонетика тюркских языков. – Л.: Наука, 1970. – 201 б.

Зәйнуллин М.В. Хәҙерге башҡорт теле. Морфология. Юғары уҡыу йорттарының филология факультеты студенттары өсөн дәреслек. – Өфө: БДУ баҫмаһы, 2002. – 388 бит.

Ишбирҙин Э.Ф., Ғәләүетдинов И.Ғ., Халикова Р.Х. Башҡорт әҙәби теленең тарихы. – Өфө: Китап, 1993. –318 бит.

2. Авторҙар дүртәү булһа, тәүҙә сығанаҡтың исеме яҙыла, һуңынан ҡыя һыҙыҡ аша авторҙарҙың фамилиялары һәм инициалдары теркәлә, ҡалғаны үрҙә күрһәтелгәнсә бирелә.

3. Авторҙар һаны дүрттән артып китһә, тәүҙә сығанаҡтың исеме яҙыла ла, ҡыя һыҙыҡ аша тик өс кешенең фамилияһы менән инициалдары ғына теркәлә, ҡалғандары "һ.б." тип кенә күрһәтелә.

Мәҫәлән:

Хәҙерге башҡорт теле. Педагогия институтының башланғыс кластар факультеты студенттары өсөн дәреслек / Ишбаев К.Ғ., Ишбирҙин Э.Ф., Йосопов Х.Ғ. һ.б. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986. – 400 бит.

4. Китапты сығарыуҙа авторҙан башҡа кешеләр ҙә (төҙөүсе, редактор, тәржемәсе һ.б.) ҡатнашыуын күрһәтер алдынан ҡыя һыҙыҡ ҡуйыла. Мәҫәлән:

Тюркская лексикология и лексикография / Отв. ред. Н.А. Баскаков. – М.: Изд-во АН СССР, 1971. – 312 с.

Башҡорт халыҡ ижады: Риүәйәттәр, легендалар / Төҙөүсеһе, инеш мәҡәлә һәм аңлатмалар авторы Ф.А. Нәҙершина. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1980. – 416 б.

5. Күп томлыҡ баҫмаларҙы биреү тәртибе түбәндәгесә башҡарыла:

а) тотош баҫма:

Татарская грамматика. В 3-х томах / Под ред. М.3.Закиева, Ф.А.Ганиева, К.З.Зиннатуллиной, Ф.С.Сафиуллиной. – Казань, 1992-1993.

б) айырым том:

Языки народов СССР. Т.2. Тюркские языки. – М.: Наука, 1966. – 531 с.

Башҡорт халыҡ ижады. 1 том. Йола фольклоры / Төҙөүселәре Ә.Сөләймәнов, Р.Солтангәрәева. – Өфө: Китап, 1995. – 560 бит.

6. Йыйынтыҡтарҙан алынған мәҡәләләрҙе күрһәтеү өсөн авторҙың, хеҙмәттең исеменән һуң ике ҡыя һыҙыҡ ҡуйыла. Йыйынтыҡтың исеме, ҡайҙа, ҡасан сыҡҡанын күрһәткәндән һуң мотлаҡ мәҡәләнең биттәрен күрһәтергә кәрәк. Мәҫәлән:

Әхтәмов М.Х. Башҡорт телендә морфемалар ҡушылған урында морфонологик күренештәр // Актуальные проблемы изучения и преподавания башкирского языка в условиях суверенитета: Тезисы докладов международной научно-практической конференции. – Уфа, 1995, 64-65-се биттәр.

7. Журналдарҙа баҫылған сығанаҡтарҙы күрһәткәндә авторы, хеҙмәттең исеменән һуң ике ҡыя һыҙыҡ аша журналдың исеме (тырнаҡтар ҡуйылмай), уның сыҡҡан йылы һәм номеры, хеҙмәттең нисәнсе биттәрҙә урынлаштырылыуы күрһәтелә, һуңғы өс мәғлүмәт нөктә, һыҙыҡ аша бирелә. Мәҫәлән:

Әхтәмов М.Х. Эйәлек категорияһы тураһында // Башҡортостан уҡытыусыһы. – 1979. – № 1. – 39-42-се биттәр.

8. Газеталарҙа сыҡҡан мәҡәләләрҙе күрһәткәндә газетаның исеме, сыҡҡан йылы, айы һәм көнө күрһәтелә. Номерын күрһәтеү мотлаҡ түгел. Мәҫәлән:

Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Телдең тәмен белеп яҙҙы // Башҡортостан. – 2001. – 17 октябрь.

9. Диссертациялар һәм уларҙың авторефераттары тураһында мәғлүмәт түбәндәгесә бирелә:

Кетенчиев М.Б. Структура и семантика именных предложений в карачаево-балкарском языке. Автореф. дисс. ... д-ра филол. наук. – Нальчик, 2001. – 43 с.

Рысаева Г.А. Вставочные конструкции в современном башкирском литературном языке. Автореф. дисс. ... канд. филол. наук. – Уфа, 2002. – 27 с.

10. Исемлектә бер авторҙың бер нисә хеҙмәте алынһа, уларҙы сыҡҡан йылына ҡарап хронологик тәртиптә урынлаштыралар:

Юлдашев А.А. Башкирский язык // Младописьменнные языки народов СССР. – М.-Л., 1959. – С. 56-72.

Юлдашев А.А. Сложные предложения с придаточными условными в башкирском языке // Исследования по синтаксису тюркских языков. – М., 1962. – С. 24-38.

Юлдашев А.А. Отыменные глаголы на –лан, -лән в башкирском языке // Башкирская лексика. – Уфа, 1966. – С. 126-137.

Башҡорт теленән диплом эштәре яҙыу өсөн дөйөм ғилми әҙәбиәт

Аҙнабаев Ә.М., Псәнчин В.Ш. Башҡорт теленең тарихи морфологияһы. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1976. – 175 бит.

Азнабаев А.М., Псянчин В.Ш. Историческая грамматика башкирского языка. – Уфа, 1988. – 244 б.

Баишев Т.Г. башкирские диалекты в их отношении к литературному языку. – Уфа, 2006. – 136 с.

Башкирская диалектология. Говоры юго-востока Башкирии. – Уфа, 1963. – 210 с.

Байсурина-Бердигулова Р.И. Причастия в современном башкирском языке. – Уфа: РИЦ БашГУ, 2007. – 138 с.

Башҡорт әҙәби теленең алфавиты һәм орфографияһы. – Өфө, 1982.

Галяутдинов И.Г. Два века башкирского литературного языка. – Уфа, 2000.

Гарипов Т.М. Башкирское именное словообразование. – Уфа, 1959. – 224 с.

Грамматика современного башкирского литературного языка / Отв. ред. А.А.Юлдашев. – М., 1981. – 495 с.

Дильмухаметов М.И. Говор среднеуральских башкир. – Уфа, 2006. – 191 с.

Дмитриев Н.К. Башҡорт теленең грамматикаһы. – Өфө: Башгосиздат, 1950. – 300 бит.

Дмитриев Н.К. Башҡорт теленең грамматикаһы. – Өфө, БДУ-ның редакция-нәшриәт үҙәге, 2008. – 326 б.

Дмитриев Н.К. Грамматика башкирского языка. – М.-Л.: Издательство АН СССР, 1948. – 276 с.

Дмитриев Н.К. Грамматика башкирского языка. – М.: Наука, 2008. – 264 с.

Зәйнуллин М.В. Хәҙерге башҡорт телендә модаллек категорияһы. – Өфө, 1975. – 162 бит.

Зайнуллин М.В. Система средств лексических и лексико-грамматических средств модальных значений в современном башкирском языке. – Уфа, 1981. – 82 с.

Зайнуллин М. В. Модальность как функционально-семантическая категория. – Саратов, 1986. – 122 с.

Зайнуллин М.В. О сущности и границах категории модальности. Уфа, БДУ, 2000. – 292 с.

Зәйнуллин М.В. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле: Морфология. Юғары уҡыу йорттарының филология факультеты студенттары өсөн дәреслек. – Өфө: БДУ, 2002. – 388 бит.

Зәйнуллин М.В., Ишбулатов Н.Х. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле. Фонетика. Морфология. – Өфө: БДУ, 1986. – 179 бит.

Закирьянов К.З. Сопоставительная грамматика русского и башкирского языков. – Уфа, 2004. – 227 с.

Ибраһимов Ғ.Д. Башҡорт телендә исем ҡылымдар. – Өфө: Ғилем, 2002. – 148 бит.

Искужина Ф.С. Текст и средства его организации в башкирском языке (на материале произведений художественной литературы). – Уфа: РИО БашГУ, 2002. – 124 с.

Исянгулова Г.А. Аффиксальное отглагольное именное словообразование в современном башкирском языке. – Уфа: Издание БашГУ, 2005. – 186 с.

Ишбаев К.Г. Инфинитив в башкирском языке. – Уфа, 1982.

Ишбаев К.Ғ. Башҡорт теленең һүҙьяһалышы. – Өфө, 1994. – 264 бит.

Ишбаев К.Г. Башкирский язык. Морфемика. Словообразование. – Уфа, 2000. – 246 с.

Ишбердин Э.Ф. Историческое развитие лексики башкирского языка. – М: Наука, 1986. – 152 с.

Ишбирҙин Э.Ф., Ғәләүетдинов И.Ғ., Халикова Р.Х. Башҡорт әҙәби теленең тарихы. – Өфө: Китап, 1993. – 320 бит.

Ишбирҙин Э.Ф. Башҡорт теленең игенселек һәм баҡсасылыҡ терминдары. – Өфө, 2002. – 150 бит.

Ишбулатов Н.Х. Хәҙерге башҡорт теле. Һүҙ төркөмдәренең бүленеше. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1962. – 128 бит.

Ишбулатов Н.Х. Хәҙерге башҡорт теле: Әҙәби телдең нормалар системаһы. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1972. – 144 бит.

Ишбулатов Н.Х. Башҡорт теле һәм уның диалекттары. – Өфө: Китап, 2000. – 212 бит.

Ишбулатова Х.Д. Башҡорт теленең көнкүреш лексикаһы. – Өфө: БДУ баҫмаһы, 2002. – 156 бит.

Йосопов Х.Ғ. Башҡорт телендә оҡшатыу һүҙҙәре. – Өфө, 1971.

Киекбаев Дж.Г. Фонетика башкирского языка. – Уфа, 1957. – 114 с.

Кейекбаев Ж.Ғ. Башҡорт теленең фонетикаһы. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1958. – 212 бит.

Кейекбаев Ж.Ғ. Башҡорт теленең дөрөҫ әйтелеше. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1964. – 68 бит.

Кейекбаев Ж.Ғ. Башҡорт теленең фонетикаһы. 2-се баҫма, төҙәтелгән. – Өфө: БДУ, 2002. – 212 бит.

Кейекбаев Ж.Ғ. Хәҙерге башҡорт теле. – Өфө, 1966.

Кейекбаев Ж.Ғ. Хәҙерге башҡорт теле. – Өфө, 2001. – 148 б.

Кейекбаев Ж.Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1966. – 276 бит.

Кейекбаев Ж.Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. 2-се баҫма, төҙәтелгән. – Өфө: БДУ, 2002. – 264 бит.

Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теленең лексикаһы һәм терминологияһы. – Стәрлетамаҡ, 2002. – 242 бит.

Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теленең ябай һөйләм синтаксисы. – Стәрлетамаҡ: СДПИ, 2003. – 98 бит.

Максютова Н.Х. Восточный диалект башкирского языка. – М.: Наука, 1976. – 292 с.

Максютова Н.Х. Башкирские говоры находящихся в иноязычном окружении. – Уфа, 1996. – 287 с.

Миржанова С.Ф. Южный диалект башкирского языка. – М.: Наука, 1979. – 272 с.

Миржанова С.Ф. Северо-западный диалект башкирского языка. – Уфа, 2006. – 300 с.

Султанбаева Х.В. Побудительность как функционально-семантическая категория. – Уфа, 1999. – 142 с.

Султанбаева Х.В. Служебные части речи в современном башкирском языке. – Уфа, 2002. – 176 с.

Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теленең ҡушма һөйләм синтаксисы. – Өфө, 1961. – 298 бит.

Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теленең ябай һөйләм синтаксисы. – Өфө, 1972. – 284 бит.

Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теленең стилистикаһы менән пунктуацияһы. Беренсе китап. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978. – 152 бит.

Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теленең стилистикаһы менән пунктуацияһы. Икенсе китап. – Өфө, 1985. – 144 бит.

Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теле. 1 том. Ябай һөйләм синтаксисы.– Өфө: Китап, 1999. – 352 бит.

Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теле. 2 том. Ҡушма һөйләм синтаксисы.– Өфө: Китап, 2002. – 432 бит.

Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теле. 3 том. Стилистика.– Өфө: Китап, 2007. – 440 бит.

Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теле. 4 том. Стилистика.– Өфө: Китап, 2008. – 328 бит.

Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теле. 5 том. Стилистика.– Өфө: Китап, 2009. – 352 бит.

Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теле. 6 том. Стилистика.– Өфө: Китап, 2010. – 432 бит.

Сәйәрғәлиев Б.С. Башҡорт телендә ярҙамсы һүҙҙәр. – Өфө, 1961. – 106 бит.

Самиғуллина Л.Л. Башҡорт теленең ҡушма һөйләм синтаксисы. Уҡыу ҡулланмаһы. – Стәрлетамаҡ: СДПИ, 2003. – 65 бит.

Терегулова Р.Н., Ахмеров К.З. Сравнительная грамматика русского и башкирского языков. – Уфа, 1953. – 206 с.

Тикеев Д.С. Башҡорт теленең ябай һөйләм синтаксисын мәктәптә өйрәнеү. – Куйбышев, КДПИ, 1989. - 76 бит.

Тикеев Д.С. Башҡорт теленең ҡушма һөйләм синтаксисын өйрәнеү. – Стәрлетамаҡ, СДПИ, 1991. – 80 бит.

Тикеев Д.С. Башҡорт теленең һүҙбәйләнештәре. – Стәрлетамаҡ, 1992. – 126 бит.

Тикеев Д, С. Башҡорт теленең синтаксик төҙөлөшөн өйрәнеү. – Өфө, 1996. – 144 бит.

Тикеев Д.С. Исследования по синтаксису простого предложения современного башкирского языка. – Уфа: Гилем, 1999. – 183 бит.

Тикеев Д.С. Современный башкирский язык. Очерки по синтаксису простого предложения. – Уфа: Гилем, 2000. – 156 бит.

Тикеев Д.С. Хәҙерге башҡорт теле. Ябай һөйләм синтаксисы. Юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслек. – Өфө: Ғилем, 2002. – 178 бит.

Тикеев Д.С. Башҡорт теленең синтаксисы буйынса һайланма хеҙмәттәр. – Өфө: Ғилем, 2003. – 305 бит.

Тикеев Д.С., Вәлиева Г.Д. Башҡорт телендә текст структураһы һәм семантикаһы. – Өфө, 2003.

Ураксин З.Г. Фразеология башкирского языка. – М.: Наука, 1975. – 192 с.

Усманова М.Г. Функционально-семантическая классификация глаголов башкирского языка. – Уфа, 2002. – 212 с.

Усманова М.Г. Функционально-семантическая классификация глаголов речи башкирского языка. – Уфа, 2002. – 162 с.

Хадыева Р.Н. Башкирская этнокультура и язык: Опыт воссоздания языковой картины мира. – М, 2005. – 248 с.

Фәтихов Ә.Х. Башҡорт һәм татар телдәрендә ҡушма һөйләмдәрҙең ҡайһы бер үҙенсәлектәре. – Өфө, 1962. – 158 б.

Хакимова В.Ш. Функционально-семантическая категория компаративности в современном башкирском языке. – Уфа: РИО Баш ГУ, 2002. – 131 с.

Хөснөтдинова Р.Я. Хәҙерге башҡорт телендә атама һөйләмдәр. – Өфө, 2002. – 132 бит.

Хәҙерге башҡорт теле. Педагогия институтының башланғыс кластар факультеты студенттары өсөн дәреслек / Ишбаев К.Ғ., Иш­бирҙин Э.Ф., Йосопов Х.Ғ. һ.б. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986. – 400 бит.

Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең морфологияһы / М.В. Зәйнуллин һәм Р.Ф.Зарипов редакцияһында. I киҫәк. – Өфө, 1978. – 79 бит; II киҫәк. – Өфө, 1979. – 83 бит; III киҫәк. – Өфө, 1980. – 47 бит.

Әхмәр Ҡ. Башҡорт телендә ябай һөйләм синтаксисы. – Өфө, 1957. – 262 бит.

Әхмәр Ҡ. Башҡорт телендә теҙмә ҡушма һөйләм синтаксисы. – Өфө, 1960.

Әхмәтов М.Ә. Башҡорт телендә сифат һүҙ төркөмө. – Өфө: БДУ, 1988. – 53 бит.

Әхтәмов М.Х. Хәҙерге башҡорт теле: Ялғауҙар ярҙамында һүҙьяһалыш. – Өфө: БДУ, 1994. – 186 бит.

Әхтәмов М.Х. Хәҙерге башҡорт теле: һүҙьяһалыш. – Өфө: Ғилем, 2000. – 153 бит.

Әхтәмов М.Х. Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология. Фразеология. Лексикография. – Өфө, БДУ, 2002. – 208 бит.

Әхтәмов М.Х., Ишбулатов Н.Х. Хәҙерге башҡорт теле. Фонетика, графика, орфография, орфоэпия, грамматиканың төп төшөнсәләре, морфемика, морфонология, һүҙьяһалыш. – Өфө, БДУ, 2002. – 324 бит.

Юлдашев А.А. Система словообразования и спряжения глагола в башкирском языке. – М.: Изд-во АН СССР, 1958. – 195 с.

Юлдашев А.А. Аналитические формы глагола в тюркских языках. – М.: Наука, 1965. – 276 с.

Юлдашев А.А. Башкирский язык // Языки народов СССР. Т.2. Тюркские языки. – М.: Наука, 1966.

Языки народов СССР. Т. 2. Тюркские языки. – М.: Наука, 1966. – 531 с.

Диплом эштәре яҙғанда ҡулланыу өсөн методик әҙәбиәт:

Азимов А. Язык науки: Пер. с англ. / Предисл. Б.Д. Сергиевского. – М.: Мир, 1985. – 280 с.

Баранова И. И. Функциональные особенности научно-популярных текстов: (на материале подъязыка физики): Автореф. дисc. ... канд. филол. наук. – М.: РУДН, 1995. – 19 с.

Бахтина Л.Н., Кузьмич И.П., Лариохина Н.М. Обучение реферированию научного текста: Учеб. пособие для иностранцев, изучающих русский язык. – М.: Изд-во МГУ, 1988. – 118 с.

Бельдиян В.М. Использование текстов для развития внутренней и внешней речи на занятиях по русскому языку: Метод, рекомендации для учителей общеобразовательных школ. – Омск: Изд-во ОмГПУ, 1996. – 33 с.

Борикова Л.В., Виноградова НА. Пишем реферат, доклад, выпускную квалификационную работу: Учеб. пособие для студ. сред. пед. учеб. заведений. – М.: Издат. центр «Академия», 2000. – 128 с.

Борохов Э. А. Методы устранения текстовой избыточности реферата // Науч.-техн. информ. ВИНИТИ. Сер. 1. – 1987. – № 2. – С. 20-24.

Вейзе А.А. Чтение, аннотирование и реферирование иностранного текста. – М.: Высш. шк., 1985. – 127 с.

Герд А.С. Язык науки и техники как объект лингвистического изучения // Филол. науки. – М., 1986. – № 2. – С. 54-59.

Данилевская Н.В. Вариативные повторы как средство развертывания научного текста: Монография. – Пермь: Изд-во Перм. гос. ун-та, 1992. – 144 с.

Данилевская Н.В. Концептуальный повтор как фактор смыслового содержания научного текста // Статус стилистики в современном языкознании: Межвуз. сб. науч. тр. – Пермь: Изд-во Перм. гос. ун-та, 1992. – С. 83-93.

Демидова А.К. Пособие по русскому языку. Научный стиль речи. Оформление научной работы: Учеб. пособие. – М.: Рус. яз 1991. – 201 с.

Зинковская Н.Я., Колесникова Н.И. Мы пишем реферат: Учеб. пособие. – Новосибирск: Изд-во НГТУ, 1998. – 80 с.

Ивин А.А. Основы теории аргументации: Учебник. – М.: ВЛАДОС, 1997. – 352 с.

История развития реферирования. Экспресс-информация. - 1980. – № 25. – С. 1-3.

Кожина М.Н. Стилистика русского языка: Учеб. для студентов пед. ин-тов. – 3-е изд., перераб. и доп. – М.: Просвещение, 1993. – 224 с.

Колесникова Н.И. От конспекта к диссертации. – М., 2003. – 288 с.

Котюрова М.П. Эволюции выражения связности речи в научном стиле ХVIII-ХIХ вв.: Учеб. пособие по спецкурсу. – Пермь: Изд-во Перм. гос. ун-та, 1983. – 80 с.

Крылова О.А., Хавронина С.А. Порядок слов в русском языке. – 2-е изд., испр. и доп. – М.: Рус. яз., 1984. – 239 с.

Кузин Ф.А. Магистерская диссертация. Методика написания, правила оформления и процедура защиты: Практ. пособие для студентов-магистрантов. – М.: Ось-89, 1998. – 304 с.

Культура устной и письменной речи делового человека: Справочник-практикум. – 8-е изд. – М.: Флинта: Наука, 2002. – 315 с.

Курилов А.А. Как оформить курсовой и дипломный проекты. Ростовский унив., 1973.

Левченко Е.Б., Михеева Н.С. Книга для чтения и развития речи для студентов-иностранцев естественных и технических специальностей. Научный стиль речи (I–II годы обучения). – М.: Рус. яз., 1987. – 214 с.

Маркелова Е.В., Колесникова Н.И. Как «раскрываются» афоризмы? – Новосибирск: Изд-во НГТУ, 2000. – 32 с.

Мете Н.А. Научный стиль в ряду других функциональных стилей современного русского языка: Проблемы обучения // Рус­ский язык как иностранный: Актуальные вопросы описания и методики преподавания: Сб. спецкурсов. – М.: Рус. яз., 1982. – С. 165-191.

Митрофанова О.Д. Научный стиль речи: проблемы обучения. – 2-е изд., перераб. и доп. – М.: Рус. яз., 1985. – 128 с.

Новиков А.И. Семантика текста и ее формализация. – М.: Наука, 1983. – 215 с.

Подготовка и оформление курсовых, дипломных, реферативных и диссертационных работ: Метод, пособие / Сост. И.Н. Кузнецов. – Мн.: Харвест, 1999. – 176 с.

Пособие по развитию навыков письменной речи для стажеров и аспирантов естественнонаучного профиля / А.Н.Барыкина, В.П.Бурмистрова, В.В.Добровольская, А.Г.Цыганкина. – М.: Рус. яз., 1986. – 151 с.

Правила библиографического описания произведений печати. – М., 1988.

Практическое пособие по развитию навыков письменной речи / А.Н.Барыкина, В.П.Бурмистрова, В.В. Добровольская, А.Г. Цыганкина / Отв. ред. В.В. Добровольская. –- 2-е изд., перераб. и доп. – М.: Рус. яз., 1983. – 302 с.

Рождественский Ю. В. Общая филология. – М.: Фонд «Новое тысячелетие», 1996. – 326 с.

Сенкевич М.П. Стилистика научной речи и литературное редактирование научных произведений. – 2-е изд., испр. и доп. -М.: Высш. шк., 1984. – 319 с.

Техника и методика научного исследования. Методические указания. Для студентов дневного и заочного отделений филологического факультета / Сост. Р.М.Гайсина. – Уфа: РИО БашГУ, 2003. – 20 с.

Троянская Е.С. К вопросу о технико-стилистических приемах в научной речи // Язык научной литературы. – М.: Наука, 1975. – С. 27-86.

1 Филология фәндәре кандидаты Р.Ф.Зарипов үҙенең хеҙмәттәрендә башҡорт телендә 19 килеш формаһының булыуын күрһәтә. Ҡарағыҙ: Категория падежа в башкирском языке. Автореф. дисс. ... канд. филол. наук. – Уфа, 1971.

2 Алда әйтелгәнсә, башҡорт тел ғилемендә модаль һүҙҙәрҙе үҙ аллы һүҙ төркөмө итеп тәүтапҡыр профессор Н.К.Дмитриев тикшерҙе (Грамматика башкирского языка. – М.-Л., 1948). Был хеҙмәттә ҡыҫҡаса ғына бар, юҡ, түгел, кәрәк, тейеш, икән, буғай модаль һүҙҙәренә семантик планда характеристика бирелгән. Модаль һүҙҙәр хаҡында йәнә түбәндәге әҙәбиәтте ҡарарға мөмкин: Кейекбаев Ж.Ғ. Мөнәсәбәт һүҙҙәр // Башҡорт теле. Педучилищелар өсөн дәреслек. – Өфө, 1968, 278-279-сы биттәр; Әхмәр Ҡ. Һөйләмдә модаль һүҙҙәр // Башҡорт телендә ябай һөйләм синтаксисы. – Өфө, 1958, 222-237-се биттәр; Йосопов Х.Ғ. Башҡорт телендә рәүешлек һүҙҙәр // Башҡортостан уҡытыусыһы. – 1967. – №3. – 45-48-се биттәр; Зайнуллин М.В. Модалыюсть долженствования в башкирском языке // Советская тюркология. – 1973. – №2. – 54-59-сы биттәр.

3 Әхтәмов М.Х. Хәҙерге башҡорт теле. Һүҙьяһалыш. – Өфө: Ғилем, 2000, 70-се б.

4 Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теленең ябай һөйләм синтаксисы. – Өфө, 1972, 82-се б.

5 Кононов А.Н. Грамматика современного узбекского литературного языка. – М., 1960, 404-се б.

6 Попов А.В. Синтаксические исследования. – Воронеж, 1881, 36-сы б. // Цитата Б.П.Ардентовтың "Номинативные предложения в современном русском языке" китабынан алынды. – Кишинев, 1959, 33-сө б.

7 Грамматика современного башкирского литературного языка. – М., 1981, 437-се б.

8 Современный русский язык. Синтаксис / Под. ред. Е.М.Галкиной-Федорук. – М.: Изд-во МГУ, 1957, 307-се б.

9 Федоров А.К. Трудные вопросы синтаксиса. – М., 1972, 167-168-се б.

10 Демесинова Н.Х. Сопоставительная грамматика русского и казахского языков. – Алма-Ата, 1966, 131-132-се б.

49