Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Оформление дипломных работ 6 ОЗО.doc
Скачиваний:
4
Добавлен:
28.04.2019
Размер:
270.85 Кб
Скачать

Тема 3. Диплом эшен башҡарыу буйынса талаптар

Диплом эштәре дәүләт тарафынан ҡабул ителгән ГОСТ 9327-60 буйынса ҡаралған А4 (210 х 297 мм) стандарт ҡағыҙ битенең бер яғына компьютерҙа йыйыла.

Ҡағыҙҙың һул яғынан 3 см, уң яғынан – 1 йәки 1,5 см, өҫтән – 2 см, аҫтан – 2,5 см киңлектә буш урын (поля) ҡалдырыла. Компьютерҙа йыйғанда юл аралары 1,5 интервал алынып, 14-се кегль менән баҫыла. Ҡыҙыл юл (абзац) 1,5 см ҡалдырып башлана.

Биттәр һанын аҫта күрһәтеү ҡабул ителгән, улар ғәрәп һандары менән билдәләнә. Эштең титул битенә, йөкмәтке яҙылған битенә һәм яңы бүлектәр башланған биттәргә номер ҡуйылмай. Был биттәргә номер ҡуйылмаһа ла, улар эштең уртаҡ нумерацияһына инә. Биттәрҙә номерҙы уң яҡ мөйөштә йәки уртаға ҡуялар.

Диплом эшенең күләме – 50-60 бит (ҡушымтанан тыш) булырға тейеш. Ғәмәли (практик) рекомендациялар таблицала, схемала, график ысулдар менән күрһәтелергә мөмкин.

Эштең йөкмәткеһе сағыштырмаса түбәндәгесә булырға тейеш:

инеш – 5% (3-4 бит); төп өлөш – 85% (2-3 бүлек), (беренсе бүлек – 15%); һығымта – 5% (3-4 бит).

Компьютерҙа йыйғанда миҫалдар, айырып күрһәтә торған һүҙҙәр һ.б. ҡалыныраҡ шрифт менән, курсив менән йәки аҫтына һыҙып айырып күрһәтелә.

Ойошма исемдәре, фамилиялар һәм башҡа яңғыҙлыҡ исемдәр сығанаҡта нисек бар, шулай алына. Уларҙы тәржемә иткәндә һылтанма яһарға кәрәк.

Рус һүҙҙәрен һәм һүҙбәйләнештәрен ҡыҫҡартыу ГОСТ 7.12-77 буйынса башҡарыла.

Төп өлөштөң тексын бүлектәргә, бүлектәрҙе параграфтарға бүләләр. Билдәле булыуынса, диплом эшенең төп өлөшө үҙе 2-3 бүлектән, ә улар бер-нисә параграфтан, бүлексәләрҙән торорға мөмкин. Һәр бүлектең, параграфтың исеме, аталышы булып, улар логик бәйләнештә килергә тейеш.

Бүлек исемдәре тексҡа симметрик рәүештә баш хәрефтәр менән баҫыла. Параграфтарҙың исемдәре абзацтан 15-17 мм ҡалдырылып, тәүге хәрефе баш хәреф менән, ҡалғандары бәләкәй хәрефтәр менән яҙыла. Параграфтар ғәрәп һандары менән билдәләнә. § тамғаһы ҡуйылмаҫҡа ла мөмкин. Мәҫәлән, 2.1. – 2-се бүлектең 1-се параграфы. Һәр параграф эсендәге пункттар шулай уҡ ғәрәп һандары менән бирелә, пункт номеры нөктәләр менән айырылған бүлек номерынан, параграф номерынан һәм пункт номерынан тора. Мәҫәлән: 2.1.1. – 2-се бүлектең 1-се параграфының 1-се пункты.

Бүлектең исемен яҙғанда юлдан-юлға күсереү ярамай, бүлектең исеме аҙағында нөктә ҡуйылмай. Бүлектәрҙең нумерацияһы бөтә эш дауамында килә, ғәрәп йәиһә рим һандары менән бирелә, һүҙ менән дә яҙылырға мөмкин.

Мәҫәлән:

Ғәрәп һандары менән:

1-се БҮЛЕК

Башҡорт теленең ижтимағи функциялары

1.1.Башҡорт теленең милләтте билдәләүсе булараҡ хоҡуҡи хәле

1.1.1. …

1.1.2. …

1.2. Рәсми эш йөрөтөүҙә, эш ҡағыҙҙарын яҙыуҙа башҡорт теле

1.2.1. …

1.3. Башҡорт теленең халыҡ мәғарифы һәм юғары белем биреү өлкәләрендә ҡулланылышы

1.4. Киң информация саралары өлкәһендә башҡорт теле

1.5. Башҡорт теленең китап баҫыу эшендәге урыны

1.6. Хеҙмәтләндереү өлкәһендә башҡорт теле

1.7. Мәҙәниәт-ағартыу һәм тәрбиә эшендә башҡорт телен файҙаланыу

1.8. Башҡорт теленең фән өлкәһендә ҡулланылышы

Рим һандары менән:

II БҮЛЕК