Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Оформление дипломных работ 6 ОЗО.doc
Скачиваний:
4
Добавлен:
28.04.2019
Размер:
270.85 Кб
Скачать

3. Диплом эше менән етәкселек итеү

Диплом эштәре менән етәкселек итеүҙә тәү сиратта студенттың үҙ аллы, ижади башҡарыу һәләтен үҫтереүгә булышлыҡ итеүҙә етәксе мөһим урын тота. Диплом эшен өйрәнеү өсөн ҡаралған проблеманың дөрөҫ ҡуйылышын, эштең яҙыу барышын контролдә тотоу, уның һәр этабын тәнҡитле анализлап яңы ғилми методтар, алымдар ҡулланыуға йүнәлеш биреү – етәксенең төп бурысы.

Етәксе диплом эшен яҙышмай, ул дипломсының ярҙамсыһы ла түгел, ә кәңәш, консультация биреүсеһе. Етәксенең белем кимәле, педагогик такты, һайланған проблема менән ҡыҙыҡһыныуы, студентҡа үҙенең ижади һәләтен файҙаланырға, фекерҙәрен, табыштарын аныҡ итеп яҙырға өйрәтә белеүе ҙур әһәмиәткә эйә.

Әгәр студент диплом эшен башҡарыуға яуапһыҙ ҡараһа, эшен билдәләнгән ваҡытҡа тапшырмаһа, етәксе кафедра мөдиренә мөрәжәғәт итергә мәжбүр.

Диплом эше тулыһынса әҙер булғас, студент ҡултамғаһын ҡуйып, уны етәксегә тапшыра, ә етәксе раҫлау тамғаһын ҡуйып, баһалама яҙа, башҡа бер уҡытыусынан рецензия ала ла, кафедра мөдиренә тапшыра.

Етәксенең баһаламаһында башҡарылған эшкә дөйөм характеристика бирелә, тикшеренеүҙең һөҙөмтәләре баһалана, проблеманың мөһимлеге, студенттың үҙ аллы фәнни эш башҡарыуға һәләтлеге, фәнни эшкә мөнәсәбәте, яңы ҡаҙаныштары һәм эштең яҡлауға тәҡдим ителеүе хаҡында яҙыла.

Баһалама яҙыуҙың дөйөм планын түбәндәгесә билдәләргә мөмкин:

ғилми хеҙмәт ниндәй темаға арналған;

был проблеманың лингвистик әҙәбиәттә яҡтыртылышы;

теманың актуаллеге, актуаллектең нигеҙләнеше;

тикшерелгән материалға байҡау;

тикшеренеүҙә ҡулланылған алымдар, уларҙың маҡсатҡа ярашлы булыу-булмауы;

килтерелгән һығымталарҙың ысынбарлыҡҡа тап килеү-килмәүе.

Диплом эшенә рецензия яҙыла, һәм эш асыҡ яҡлауға әҙер тип һанала.

Рецензия – ул ғилми эште яҙма тикшереү, унда түбәндәгеләр сағылырға тейеш: беренсенән, төп положениеларға комментарий (автор фекерен аңлатыу); автор әйткән фекергә рецензия яҙыусының өҫтәмәһе; проблеманың ҡуйылышына мөнәсәбәт; диплом эшенең етешһеҙлектәре һ.б.; икенсенән, ғилми эшкә дөйөм­ләштерелгән һәм нигеҙләнгән баһа; өсөнсөнән, ғилми эштең әһәмиәте хаҡында һығымталар.

Ғилми эштәргә рецензия яҙыуҙың дөйөм планын түбәндәгесә билдәләргә мөмкин:

анализлауҙың төп предметы (диплом эше, диплом алды эше, курс эше йәки китаптың ҡулъяҙмаһы, журналдағы мәҡәлә, кандидатлыҡ диссертацияһы, диссертацияның авторефераты);

теманың актуаллеге, ҡуйылған проблеманың яңылығы;

эштең ҡыҫҡаса йөкмәткеһе (инеш, бүлектәр, бүлектәр эсендәге параграфтар, һығымта, ҡушымталар, биттәр һаны, һүрәттәр, таблицалар, ҡулланылған сығанаҡтар Һ.6.);

ҡулланылған теоретик, фактик материалдың етерлек булыуы;

эштә ҡулланылған алымдар, уларҙың маҡсатҡа ярашлы булыуы;

төп тезистарҙың бирелеше (хеҙмәттә ҡаралған төп мәсьәлә, беренсе планға сығарылған проблема һ.б.), тел факттарын дөрөҫ классификациялау;

теманың тейешле кимәлдә асылышы, төрлө яҡлап яҡтыртылышы;

һығымталарҙың, һөҙөмтәләрҙең нигеҙле булыуы;

тикшеренеүҙең практик әһәмиәте;

эштең композицияһына, стиленә, йөкмәткеһенә, биҙәлешенә ҡарата фекерҙәр;

етешһеҙлектәр, уларҙы бөтөрөү буйынса тәҡдимдәр;

һығымта, ғилми эшкә дөйөм баһа.