Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
ааалифбаа (2).docx
Скачиваний:
40
Добавлен:
18.03.2016
Размер:
69.41 Кб
Скачать

Программаға ярашлы уҡыу материалы һайлауға ҡарата талаптар.

Балалар баҡсаһынан мәктәпкә уҡырға килгәс, балала укыусы эшмәкәрлегенә яраҡлашыу осоро башлана. Бала-м ы ң моктәпкәсә формалашҡан психикаһы, йәшәү шарттары һәм балалар баҡсаһындағы шөғөлө башҡаса йүнәлеш ала. Бала мәктәпкә аяҡ баçҡан көндән үҙен уратып алған мөхиттең, эшмәкәрлек төрөнөң бөтөнләй яңы, ят икәнен тоя. Ул тәүге тапҡыр фәнни-теоретик төшөнсәләр менән таныша, ■горло уҡыу операцияларын башҡарырға өйрәнә. Беренсе 1.оидәрҙән баланың иңенә ишелгән был йөк, йәғни уҡыусы гтатусы баланан психик һәм физик көсөргәнешлек талап итл. Л. С. Выготский билдәләүенсә, мәктәпкә килеү менән оаланың иреге сикләнә һәм был баланың һаулығын һаҡлау оуйынса тейешле саралар күреүҙе, шарттар тыуҙырыуҙы та лап итә.Төп шарттарҙың береһе - балаға ентекле уйлап төҙөлгән уҡыу программаһы һәм уға ярашлы уҡыу материалы һай-лац алыу баланың йәшен, йәғни психологик һәм физиоло­ги к үҙенсәлектәрен иçәпкә алып ҡоролорға тейеш. Был про-грамманың һәм дәреслектәргә һайлап индерелгән материал -дың төп үҙенсәлеге. Эйтелгәнгә бәйләнешле баланың һау-лығын һаҡлау көнүҙәк проблема булыуын һыҙыҡ өçтөнә алыу кәрәк. Уҡыу процесында был йәһәттән уҡыу материа-лын балаға еткереүҙе психологик комфорт атмосфераһы тыуҙырып, ҡыҙыҡһындырыусы эске мотивтар булдырып, уйнатып-уйландырып ойоштороу зарур.

Беренсе класҡа килгән балалар араһында әҙерлек кимәле төрлөсә була. Ҡайһы берәүҙәре балалар баҡсаһында мәктәп-кәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү һәм үçтереү программаһы буйынса махсус әҙерлек үткән, икенселәре тик өйҙә атай-әсәй йәки өләсәй-олатай янында, өй шарттарында ғына тәрбиәләнгән. Төрлө сәбәптәр менән беренсе класҡа төрлө йәштәге (6, 7, 8 йәшлек) балалар за килеп эләгә. Ошоно иçәпкә алып, программа материалы төрлө әҙерлек кимәлен күҙ уңында тотоп эшләнде. Грамотаға өйрәтеү материалы мәктәпкә тиклем уҡый белеп килгән һәм хәреф танымаған балаға яраҡлаштырылды.

1-се кластан 4-се класҡа тиклем программа ауырлығы, күләме яғынан яйлап үçә барыу принцибына ҡоролған. Тел гилеменә ҡағылышлы булған теоретик төшөнсәләр (өн, хәреф, ижек, баçым, һүҙ төркөмдәре һ. б.) дәрестә балаға уйын формаһында еңелләштереп бирелә.

Программала ҡаралған телмәр эшмәкәрлегенә өйрәтеү ҡайһы бер балаларҙың тыңлау һәм ишетеү һәләтенең түбән йәки бөтөнләй юҡ кимәлдә булыуын иçәпкә алыуҙы талап итә. Ошоно күҙаллап, программала әлифбаға тиклемге осор оҙайлыраҡ итеп бирелгән. Өндәр системаһын өйрәнеү, өндәр менән эп1 итеүгә иғтибарҙы күберәк бүлеү баланы тиҙерәк уҡырға һәм грамоталы яҙырға нигеҙ һалыусы төп шарт булып тора. Тәү башлап башҡортса уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү өлкә-һендә ғалимдар 3. Айыуханов (1931-1939), А. А. Ғәлләмов (1960-1985), Т. X. Аслаев (1970-1995), Ф. Ш. Сынбулатова (1991-2010) тарафтарынан башҡарылған оҙайлы эҙләнеү-ҙәр, фәнни-эксперименталь эш, республика кимәлендә дөйөм белем биреү мәктәптәрендә эш тәжрибәһе уҡыу-яҙыуға өйрәтеүҙең һығылмалы моделей эшкәртеүгә булышлыҡитте.

Программа 1-4-се кластарҙа дөрөç, грамоталы яҙыуҙы ғына бурые итеп ҡуймай. һөйләү һәм яҙма телмәр форма-лаштырыу, предмет өлкәһендә белем биреү, шәхес булараҡ тейешле кешелек сифаттары тәрбиәләү, универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәтеү - программаның төп йүнәлештәре булып тора.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]