Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
ааалифбаа (2).docx
Скачиваний:
40
Добавлен:
18.03.2016
Размер:
69.41 Кб
Скачать

Программа«әсә теле» Өсөнсө класс Аҙнаға 3 сәғәт, йылына 102 сәғәт

Бала мәктәптә ике йыл укыу һөҙөмтәһендә программала ҡаралған белем күләмен, йөкмәткеһен үҙләштерҙе. Ул хәрефтәрҙе дөрөç тоташтырырға, үҙенең йәшенә ярашлы етеҙ һәм грамоталы яҙырға өйрәнде.

Уҡыусы, нигеҙҙә, программала ҡаралған башҡорт теле үҙенсә-лектәрен, дөрөç яҙыу ҡағиҙәләрен үҙләштерҙе, телдең теге йәки был грамматик күренештәрен үҙ телендә дөрөç ҡулланырға өйрәнде. һөйләү-һөйләшеү күнекмәләренә эйә будды.

Өсөнсө класта уларҙы артабан нығытыу, йәғни дөрөç, тиҙ яҙыу күнекмәләрен тағы ла сифатлыраҡ кимәлгә күтәреү бурысы тора. Күсереп яҙыу эштәре лә йөкмәткелерәк була бара. Уларҙы ижади элементтар менән байытыу, тулыландырыу зарур. Программала күсереп яҙыу оçталығын формалаштырыу өçтөндә маҡсатлы рәүештә эшләү ҡаралған.

Аралашыу оçталығын шымартыу, ижади йүнәлештә эшмәкәр-лек итеү — программала ҡуйылған төп йүнәлештәрҙең береһе.

Күпселек программа материалы баланы ижади йүнәлештә эшләргә өйрәтеүгә ҡоролған. Бирелгән тексты үҙгәртеп ҡороу, сюжетлы һүрәт буйынса хәл-ваҡиғаларҙың эҙмә-эҙлекле атҡары-лыуын бәйән итеү, тексты төҙөгәндә «Туған тел» дәрестәрендә өйрәнгән сағыштырыу, йәнләндереү сараларын ҡулланып, тасуирлап яҙырға өйрәнеү һәм теге йәки был күренешкә, кешеләр мөнәсәбәтенә, ҡылыҡ-фиғелдәренә ҡарашынды, фекеренде белдереү кеүек эштәрҙе башҡарыуҙы тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреү бурысы тора.

Өсөнсө кластың «Әсә теле» программа материалы баланы шәхес итеп күреп, уның ирекле фекерләүенә, эш итеүенә шарттар булдырып, уҡыусыны белем алыуҙа үҙен әүҙем ҡатнаштырып, эшмәкәрлек итергә этәргес мотивтар, мөмкинлектәр тыуҙырып, укыу процесын ойоштороуҙы талап итеп ҡуя.

I. Яңгыҙлыҡ исемдәрҙең яҙылышы (10 сәғәт).

Кеше исем-шәрифтәренең, хайуан ҡушаматтарының, ер-һыу атамаларының, китап, гәзит-журнал атамаларының баш хәреф менән яҙылыуы. Улар тураһында мәғлүмәт алыу. Күренекле шәхестәр тураһында белешмә алыу, улар тураһында ҡыçҡа ғына текстар төҙөү. 4 — 5 балалар яҙыусыһының исем-шәрифтәрен белеү.

Телмәр үçтереү. Телмәр мәҙәниәте.

Баланы үҙе, ата-әсәһе, яҡын туғаңдары, дуç-әхирәттәре, класташтары тураһында бәләкәс текстар (5 — 6 һөйләм) төҙөргә өйрәтеү. Ҡыр хайуандары тураһында әкиәттәрҙәге геройҙарҙың ҡушаматтарын, йорт хайуандарының танылған, киң билдәле ҡушаматтарын ҡулланып хикәйәләр төҙөү.

Түбәндәге темаларға һөйләй белеү, әңгәмә ҡороу оçталығына эйә булыу һәм яҙма текстар (яңғыҙлыҡ исемдәр менән) әҙерләү:«Үҙем тураһында үҙем»;

«Минең ата-әсәйем»;«Минең ҡустым» («Минең һеңлем», «Минең ағайым», «Минең апайым»);

«Олатайым һәм өләсәйем» йәки «Ҡартатайым һәм ҡартәсәйем»; «Минең ғаиләм»;

«Минең мәктәбем»; «Уҡыған китабым тураһында»; «Мажаралы хәл»;«Әхирәтем», «Дуçым».

П. Башҡорт теленең төп законы. Башҡорт телендә сингармонизм законы (20 сәғәт).

Нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар. һуҙынҡылар таблицаһы. Тартынҡылар нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар уратылышында. Тартынҡылар таблицаһы. Яңғырау-һаңғырау тартынҡылар. Тал-ғын (сонор) өндәр. Һүҙҙә сиратлашып килеүсе тартынҡылар {теләк — теләге, мәктәп — мәктәбе, ҡармаҡ — ҡармағы һ. б.). Нәҙек һәм ҡалын әйтелешле һүҙҙәр. Телмәр үçтереү. Телмәр мәҙәниәте.

Темаға яраҡлы көҙгө һәм ҡышҡы тәбиғәт объекттары, күре-нештәре хаҡында, миҙгелгә ярашлы мажаралы, ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында 4—5, 5—6 һөйләм ярҙамында хикәйә төҙөргә өйрәнеү.

Тирә-йүндәге предметтар, күренештәрҙе һүрәтләп, хәл-ваҡиға-ларҙы тасуирлап һөйләү һәм яҙыу оçталығы формалаштырыу. Был осраҡта эш итеү алгоритмы:

— предмет, күренешкә, хәл-ваҡиғаға ниндәй шарттарҙа, ҡайһы ваҡытта юлығыу;

— иғтибарҙы йәлеп итеүсе объект;

— һине ғәжәпләндергән, хайран ҡалдырған йәки уйланырға мәжбүр иткән элемент;

— улар һиндә ниндәй уйҙар, хис-тойғолар, теләктәр уятты?

— был предметка (объектка), күренешкә ниндәй баһа бирәһең, унда ниндәй яңы элемент, үҙгәреш кертеү теләге тыуҙы?

— хәл-ваҡиғаларға ниндәй ыңғай йүнәлеш биреү мөмкинселеге бар?

— уларҙан ниндәй фәһем, аҡыл, файҙалы информация алдың? Түбәндәге темалар тәҡдим ителә:

«Көҙгө япраҡ»; «Көҙгө урманда»; «Көҙгө ямғыр»; «Тәүге кар»; «Ҡар бөртөгө»; «Ҡар яуа»; «Ҡышҡы миләш»; «Катокта» һ. б.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]