Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
ааалифбаа (2).docx
Скачиваний:
40
Добавлен:
18.03.2016
Размер:
69.41 Кб
Скачать

Программа «әсә теле» Икенсе класс Аҙнаға 3 сәғәт, йылына 102 сәғәт

Грамотаға өйрәтеү осоронда һүҙҙәрҙе мәғәнәүи яҡтан төркөм-дәргә айырырға, һүҙҙе тыңларға һәм һәр өндөң урынын күҙалларға, тамғаларға, һүҙҙең өн моделей хәреф-тамғалар ярҙамында билдә-ләргә өйрәнгән бала икенсе класта түбәндәге аң-белемгә, яҙыу күнекмәләренә ирешергә тейеш.

I. Баш хәреф (12 сәғәт).

1) Кеше исеме, фамилияһы баш хәрефтән башлап яҙылыуы. Әйтелгәнсә яҙылмаусы йыш осрай торған ҡатын-ҡыҙ исемдәренең (Әлэйә — Әлиә, һәҙэйә - Һәҙиә); [-ыф], [-эф] өндәренә бөткән ир-егет фамилияларының ([салауатыф] — Салауатов, [рәмилэф] -Рәмилев) дөрөç яҙылышы. Атай-әсәй, олатай-өләсәй, туғандар тураһында белешмәләр алып мәғлүмәттәр туплау, улар тураһында һөйләргә өйрәнеү.

2) Ҡала, ауыл, ил исемдәренең, тау, йылға, күл, йәғни ер-һыу атамаларының яҙылышы. Тыуған төйәктең ер-һыу атамалары тураһында башланғыс белем алыу. Республиканың киң билдәле ер-һыу атамаларының исемдәрен белеү.

3) Йорт хайуандарының (эт, бесәй, ат, һыйыр) ҡушаматтарын белеү.

II. Үҙ-ара һөйләшеү (18 сәғәт).

Тиçтерҙәрең, үҙендән кесе йәки өлкән кешеләр менән аралашырға өйрәнеү. Аралашыу мәҙәниәтен үҙләштереү. Төрлө ситуацияларҙа кешегә башлап нисек өндәшеү; һорау, үтенес менән өндәшкәндә итәғәтле, йомшаҡ һөйләшеү; яуап көткәндә түҙемле булырға һәм рәхмәт әйтергә күнектереү. Маҡсатыңа ирешеү өсөн үҙенде тота белергә, баһаңды белеп аралашырға күнектереү.

Ике кешенең һөйләшеүен дәфтәрҙә билдәле бер тәртиптә урынлаштырып яҙырға өйрәнеү. һәр кешенең әйткәнен өр-яңы юлдан башлап яҙыу, алдына озон һыҙыҡ (тире) ҡуйыу.

III. Һөйләм (12 сәғәт).

һөйләмдең билдәле бер мәғәнәне, фекерҙе белдереүе. Һөйләм -де ҙур хәрефтән башлау. Хәбәр һөйләм. һөйләм аҙағында нөктә. Өндәү һөйләм. Бойороҡто, нимәлер эшләргә ҡушыуҙы, ҡурҡыуҙы, шатлыҡты белдергән һөйләмдәр. Кешегә сәләм биргән, һаулыҡ һорашҡан, теләк белдергән һөйләмдәр һуңында өндәү биддәһе ҡуйылыу. Өндәү һөйләм аҙағында өндәү билдәһе. һорау һөйләм. Нимәлер хаҡында һорау, белешеү, йәғни мәғлүмәт алыу маҡса-тында өндәшеү. Бындай һөйләм аҙағына һорау билдәһе ҡуйыу.

Хәрәкәтте белдергән һүҙҙе һөйләмдең аҙағына ҡуйыу. һөйләмдә һаналып киткән һүҙҙәр араһына өтөр ҡуйыу. Улар араһында һәм, менән кеүек ярҙамсы һүҙҙәр торһа, уның алдынан өтөр ҡуйылмауы. һүҙҙәрҙең дөрөç яҙылышы.

IV. Һүҙҙәрҙең дөрөç яҙылышы (60 сәғәт).

1) Ғәҙәттә, саф башҡорт һүҙҙәре нисек әйтелә, шулай яҙыла: килә, бара, сыға, ашай, тура, ырғый, өс кон.

2) Сингармонизм законы. Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр. Һүҙҙең беренсе ижеге нәҙек булһа, ҡалған ижектәре лә нәҙек. Һүҙҙең беренсе ижеге ҡалын булһа, башҡа ижектәре лә ҡалын. Халынһуҙынҡы эргәһендә тартынҡыларҙың ҡалын, ә нәҙек һуҙынҡы янындағы тартынҡыларҙың нәҙек булыуы. һүҙҙә нисә һуҙынҡы булһа, шунса ижек. һүҙҙе ижеккә бүлеү һәм юлдан юлға күсереү.

3) У-ү хәрефе. У-ү хәрефле һүҙҙәр йыйыу: уҡ, ус, урт, уба, уҙыш, урын, уңыш, уғры, уçал, уңган, уйсан, урғыс, умарта, умыртҡа, умырзая, уртаҡ, уртансы, уфтана, улән, үрә, үçә, үңәс, үлсәү.

4) О-о хәрефе. О-о хәрефле һүҙҙәр йыйыу: он, ос, оро, оло, ошо, шом, отош, ошаҡ, олон, ойоҡ, осоҡ, йоҡо, озон, осоу, һоро, ҡоро, болон, бойоҡ, борон, тотош, тоҡом, соҡор, ҡоҙоҡ, толоп, толом, боҙоҡ, морон, ҡорот, ҡолон, орлоҡ, орсоҡ, болот, борғо, ҡором, йомро, ҡойроҡ, йоҙроҡ, томбойоҡ.

5) Э хәрефе һүҙ башында: эт, эш, эс, эҙ, эл, энә, элә, эсә, эйә, эңер, эсәк, элек, эйәк, этеш, эйәр, эшле, эшсе, эрен, Эйек, элгес, эркет, эçкерт, эретмә, элемтә, эргәлә, эсемлек, эремсек, эшлекле, эшмәкәр, этэргес.

Э өнө һүҙ уртаһында һәм һүҙ аҙағында: теш, бер, сер, кер, кеш, буре, мейе, кесе, тере, кеше, терпе, серле, бейек, серек, белем, берлек, себеш, фекер, беренсе, тегенсе, белемле, серемтә, тереклек, теремек, һепертке, дерелдәй, сетерекле.

6) Ы хәрефе. Ы хәрефле һүҙҙәр: ҡыш, ҡыл, тыш, был, тын, сыҡ, һыҡ, шыл, ылыç, ысын, ысыҡ, ырыç, ырым, ышыҡ, ҡыçыҡ, ҡылыҡ, быйыл, тырыш, ҡыҙыҡ, һыҙыҡ, һыйыр, тымыҡ, тыныс, ҡылым, ҡылыс, сыбыҡ, шыйыҡ, сырыш, сытыр, һыҙым, йырыҡ, мыйыҡ, тыҡрыҡ, шыршы, ҡыйыҡ, шырпы, ыҙғыш, ыҡсым, ырҙын, ҡыуыш, шырлыҡ, былтыр, тыныслыҡ, ылымыҡ, ыңғырсаҡ, ҡыңғырау.

7) Й хәрефле һүҙҙәр. Йә, йө, йү ҡушымсаларының һүҙ башында, уртаһында, аҙағында яҙылыуы:

йә: йәй, йән, йәш, йәм, йэл, эйәк, көйэ, һөйә, төйэ, бейә, сейэ, йәйә, йәмле, йәтсә, йәшен, йәтеш, йәшел, йәғни, төйәк, йәһәт, йәйәү, йәйғор, йәшник, йәнле, һөйәк, бейәләй, көйәнтә, йәрәхәт, йөкмәтке, төйөнсөк.

йө: йөк, йен, йөз, йөҙә, өйөр, йөрөй, бөйөр, йөзөк, төйөн, көйөк, бөйөк, йөҙөм, мөйөш, көйөнөс, һөйөнөс, Гөлйөҙөм.

йү: йүн, йүкә, йүнле, йүрмә, йүнсел, йүләр, йүтәл, йүгерә, йүргәк, йүнәтә, йүнәлеш, Йүрүҙән.

Йо, йы ҡушымсалары булған һүҙҙәр:

йо: йоҡо, йоҡа, йола, йома, йорт, йомаҡ, бойоҡ, йозаҡ, йотом, ҡойон, йомош, йомарт, йондоҙ, тойола, ҡойола, йоҡосо, йонсоу, йоғошло, бойороҡ.

йы: йыш, йыл, йый, быйыл, ҡыйыҡ, һыйыр, сайыр, суйын, тайыш, байыш, мыйыҡ, йырыҡ, йылым, йышҡы, йыйын, ҡайыш, ҡыйыш, ҡыйын, һарайы, йыртыҡ, малайы, тарайым, йыйылыш, йыйырсыҡ, сыйырсыҡ, йылымыс, йырғанаҡ.

Йе ҡушымсаһы һүҙ уртаһында: бейек, тейеш, тейен, кейем, кәйеф, Бейеш, кейек, мейес, рәйес, хәйер, ғәйеп, әсәйем, инәйем, бесәйем, бейәләйем, күрәйем, әйтәйем, эшләйем.

8) Әйтелгәнсә яҙылмай торған һүҙҙәр. Е, ё, ю, я хәрефле һүҙҙәр. Уларҙың дөрөç яҙылышы.

9) В/у-ү/хәрефе. Һүҙ башында /уы/, /үэ/ әйтелешле һүҙҙәр.

V. Һүҙ төркөмдәре.

1) Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр.

2) Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр.

һөйләмдең төп мәғәнәһен белдереүсе ике һүҙе - эйә һәм хәбәр.

3) Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр.

4) Ярҙамсы һүҙҙәр (ла-лә, на-нә, да-дә, та-тә; ғына-генә, ҡына-кенә). Уларҙың дөрөç яҙылышы.

VI. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

2-се класс аҙағына уҡыусының әҙерлек кимәленә талаптар.

Уҡыусы

• өндәрҙе һуҙынҡы һәм тартынҡыларға, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларға айыра белергә;

• башҡорт һүҙҙәренең фәҡәт нәҙек йәки ҡалын ижектәрҙән генә тороу үҙенсәлеген белергә;

• ябай ғына һүҙҙәрҙең ишетелешен транскрипцияла тамғалай белергә;

• һүҙҙе юлдан юлға күсереү ҡағиҙәләрен белергә;

• Ү-У, ө-о хәрефтәре менән һүҙҙәр яҙа белергә;

• э хәрефе менән башланған 7-8 һүҙ яҙа белергә;

• [й] өнөн тамғалау: йә, йө, йү, йе (һүҙ уртаһы, аҙағы), йо, йы ҡушымсалары менән һүҙҙәр яҙа белергә;

• я, е, ю хәрефтәре менән башланған һүҙҙәрҙе дөрөç яҙа белергә;

• рус теленән үҙләштерелгән ё хәрефле 4-5 һүҙҙе дөрөç яҙа белергә;

• кешенең исем-шәрифтәрен баш хәрефтән яҙа белергә;

• һөйләм аҙағындағы тыныш билдәләрен (нөктә, һорау, өндәү) интонацияға ярашлы ҡуя белергә;

• күсереп яҙыу ҡағиҙәләрен үтәп, һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға;

• үҙ-ара һөйләшә, әңгәмә ҡора белергә тейеш.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]