Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
баш лит.doc
Скачиваний:
4
Добавлен:
04.09.2019
Размер:
243.71 Кб
Скачать

23 Билет

1. «Йыр тураһында баллада» -Назар Нәжми

Батыр һәм йыр тураһында баллада шағир Мәлих Харистың яҡты иҫтәлегенә бағышланған.Балладаға Эпиграф итеп М.Харистың шиғыр юлдары алынған була.Мәлих Харис – ул бик йәшләй Бөйөк Ватан һуғышы ҡырында батырҙарса һәләк булып ҡалды.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы уның ижад ғүмере лә бик ҡыҫҡа булды һәм сәскә атырға өлгөрмәй өҙөлдө.Әммә ул алты-ете йыл эсендәге ижады менән поэзия һөйөүселәрҙең ихтирамын яуларға өлгөргәйне.Мәлих Харис һуғыш йылдарында фронттан яу батырҙары тураһында балладалар,шиғырҙар яҙып ебәрҙе;

Ләкин «Батыр тураһында баллада» тигән әҫәрҙәрендә һүрәтләнгән батырҙарса үлеп ҡалған һалдат кеүек ,шағир үҙе лә яу яланында ятып ҡала.Илгә,дуҫтарына уның һуңғы шиғырҙары ғына ҡайта.

Балладала, «оса ваҡыт, оса йыр, оса Ер» тигән һүҙҙәр донялағы мәңгелек хәрәкәтте, батырлыҡтарҙың, йырҙың,, шиғырҙың үлемһеҙлеген символлаштыра, ваҡыт төшөнсәһе, йыр булып йәшәр батырлыҡ, шағир һәм һалдат образдары ысын-барлыҡтағы һәм шартлы, символик хәл-ваҡиғалар аша поэтик һынланыш таба.

«Йыр тураһында баллада» әҫәре жанры яғына «баллада» тип исемләнһә лә,уның ысын барлыҡ күренештәре ,тормоштан шиғри һынланыуҙар ҡапыл шартлы ваҡиғалар,символика менән аралашып китеү арҡаһында баллада танымаҫлыҡ булып үҙгәрә.Шулай итеп, баллада героик поэма жанырына яҡынлай.

2.Н.Асанбаевтың тормош юлы һәм ижады.

Н.Асанбаев (Николай Васильевич Асанбаев) 1921 йылдың 7 ноябрендә Башҡортостандың Баҡалы районы Ахман ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.Башта үҙ ауылында,унан Баҡалы ете йыллыҡ мәктәбендә белем ала.1936 йылда Өфө финанс-ихтисад техникумына уҡырға инә.1939 йылда БДПИ-да уҡый башлай,ләкин тамамлап өлгөрмәй,1940 йылда хәрби хеҙмәткә алына.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас,фронта була,батырлыҡтар күрһәтә,орден,миҙалдар менән лайыҡлы була.Һуғыштан 1950 йылда ғына ҡайта.

Ижад менән ул йәштән үк ,1937 йылдан башлап шөғөлләнә,хәрби хеҙмәт осоронда бер шаршаулыҡ пьесалар,хикәйәләр яҙа.Тағын ул балалар өсөн әҫәрҙәр ижад итә.Башта улар «Йәш төҙөүсе» гәзитендә, «Пионер» журналында баҫыла,һуңыраҡ «Кәрим» (1947), «Вәлимә» (1953) исемле айырым китаптары донъя күрә.

Пьесалары: «Рәйсә»(1958), «Фәйзи»(1960), «Кеше бәхете», «Беҙгә егеттәр килде»(1957), «Аҡ сирендәр», «Зәйтүнгөл», «Миләш-Миләүшә», «Ҡыҙлы йорт», «Ҡыҙыл паша» һәм башҡа пьесалар менән киң танылды.

2006 йылда Нәжиб Асанбаевҡа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелде.

24 Билет

1.Н.Нәжмиҙең «Урал» поэмаһына анализ.

«Урал» - сәнғәткә бағышланған, милли рух менән һуғарылған көслө, тетрәткес әҫәр.

Поэма – донъяға ҡарата ике төрлө ҡарашлы, ике төрлө яҙмышлы кешеләрҙең рухи бәхәсенә ҡоролған, психологик үткерлек менән һүрәтләнгән драматик поэма. «Урал» йыры рух драматизмын, һүҙ-моңға һуғарып, тағы көсәйтеп ебәрә.Был поэманың төп поэтик үҙенсәлеге,шиғри көсө ошонда.

Поэмала иң тетрәткес ваҡиға:ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың сит илдә эмигрант башҡорт менән осрашыуы,шундағы әрнеүле бәхәс,уларҙы икеһен дә берҙәй әсир иткән башҡорт моңо-классик «Урал» халыҡ йыры.Моң берләштерһә лә яҙмыштары айырған уларҙы.Береһе – Башҡортостанда йәшәй,икенсеһә ҡасаҡ – илһеҙ-ерһеҙ эмигрант.Ҡурайсы үҙ иленең ирекле улы,хужаһы,ә эмигрант – илһеҙ,берәҙәк хәлендә,моңон,йырын,үткәнен һағынып йәшәй.Эмигранттың рәнйетелгән,зарыҡҡан, зарҡыған милли рухы,аяныс яҙмыш драматизмы,трагедияһы сағыла.

2.Әҙәби тип:Индивидуаль һыҙаттарын һаҡлаған хәлдә дөйөмләштереүҙең иң юғары нөктәһенә ирешкән геройҙы, ғәҙәттә тип атамаһы менән йөрөтәләр.

Типиклаштырыу:

1)тормоштағы иң характерлы , иң әһәмиәтле яҡтарҙы күрә һәм танып белеп тора.

2)яҙыусының художестволы әҫәр өсөн кәрәкле булған портрет һәм факттарҙы,индивидуаль штрих һәм детальдәрҙе,образдарҙы характерлау өсөн әһәмиәтле булмаған башҡаларынан айырып алыуы.

3)тормоштан һайлап алған факттарҙы,хәл-ваҡиғаларҙы,үҙендә тыуған тойғо, тәҫьирҙәр нигеҙендә бер индивидуаль образда дөйөмләштереү.

Тормошта,тарихта ысынлап булған ваҡиғаларҙы дөйөмләштереү һәм шул турала яҙыу.

Прототип – яҙыусының тормоштағы бер реаль шәхесте өлгө итеп алыу нигеҙендә һүрәтләнгән образ.