Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
7 кл анлатмалы языу.docx
Скачиваний:
20
Добавлен:
17.05.2015
Размер:
26.58 Кб
Скачать

Башҡорт теленә өйрәтеүҙең төп принциптары.

Бындай мәктәптәрҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙе түбәндәге принциптарға нигеҙләнеп аткарырға кәнәш ителә:

1.Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын курһәтеү.

2.Башҡорт теле - балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, уларҙың тарихи асылына ҡайтарыу асҡысы.

3. Башҡорт телен туған теленә таянып өйрәнеү.

4. Башҡорт телен тик телмәр һәм аралашыу, фәҡәт практик маҡсаттарҙан cығып өйрәнеү.

Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары.

Үрҙә әйтелгәндәрҙән cығып, уҡытыү рус телендә барған мәктәптәрҙә балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары түбәндәгесә билдәләнә:

1.Уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радио- телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

2.Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.

3. Һәр класс өсөн махсус төҙөлгән дәреслектәрҙәге, уҡыу hәp ҡулланмаларындағы текстарҙы башҡорт телендә cыға тopғaн «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар», «Йэшлек» гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.

4.Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу кунекмәләрен булдырыу.

5. Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

6. Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡыньң тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының куренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады h.б. менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Үрҙә һаналғандарҙан күренеүенсә, программа башҡорт телен өс йүнәлештә - телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу, телдең системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү, бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

Рус һәм башҡа мәктәптәрҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:

1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.

2. 5—11-се кластарҙа башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында аҙнаға -2әр сәғәт ваҡыт бирелә. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәтелә (интеграция).

3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Ошоларға таянып, программа hәp класс өсөн түбәндәгеләрҙе эсенә ала:

- класта һәм өйҙә һөйләшеү темалары;

- класта һәм өйҙә уҡыу өсөн әҫәрҙәр исемлеге;

- практик үҙләштереү өсөн тел материалдары;

- уҡыусыларҙын телмәр күнекмәләренә талаптар;

- балаларҙын белемен һәм күнекмәләрен баһалау нормалары. Программала материалдар тематик принципта урынлаштырыла.Был принцип башҡорт телендәге һүҙҙәрҙе, лексик берәмектәрҙе, типик фраза һәм һөйләмдәрҙе өйрәнеүгә ыңғай йоғонто яһай, уҡытыусыларға уҡытыу-тәрбиә эшен системалы, эҙмә-эҙ ойоштороуға ярҙам итә.

Темаларҙы тубәндәгесә блоктарға берләштерергә, дөйөмләштерергә мөмкин: Республикала төрлө милләт кешеләренең дуҫ йәшәүе ,башҡорттарҙың төп халыҡ булыуы, был турала тарихи мәғлүмәттәрҙең күп булыуы, башҡорт халҡының бай әҙәбиәте һәм күп яҡлы мәҙәниәте менэн сәнғәте, халыҡтың фәһемле йолалары, күренекле шәхестәре, Башҡортостандың ере, тәбиғәте, байлығы, уҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы h.б. тураһындағы мәғлүмәттәр берләштерелә.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәре ошондай фразаларҙы, типик һөйләмдәрҙе үҙләштереүгә бәйләп аңлатыла, уларҙы телмәрҙә ҡулланырға күнектерелә. Телмәр этикетына өйрәтеү ҙә ошо осорҙа уҡ башлана. Иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рөхсәт hopay, рәхмәт әйтеү, үтенес белдереү, ғәфү үтенеү кеүек көндәлек аралашыуҙа йыш ҡулланыла торған һүҙ һәм һөйләмдәр шундайҙар рәтенә инә.

Программа материалы уңышлы үҙләштерелһен өсөн уҡытыусы төрлө саралар, методтар ҡулланырға бурыслы. Был йәһәттән башҡорт теле уҡытыусылары сит тел уҡытыусылары тәжрибәһен файҙалана ала. Киң таралған «уҡытыусы- уҡыусы» тибындағы аралашыу системаһынан тыш, өйрәтеү - уҡытыу процесына «уҡыусы- уҡыусы», «уҡыусы - төркөм», «уҡыусы-класс», шулай уҡ, «уҡыусы - дәреслек», белешмәләр, һүҙлектәр, «уҡыусы - компьютер» системаларын да әүҙем ҡулланырға кәрәк.

6 класта төп маҡсат балаларҙы башҡортса һөйләшергә, һөйләргә өйрәтеү булғанлыҡтан, дәрестәрҙә уларҙың парлашып, күмәкләшеп эшләүҙәре, өн һәм һүҙҙәрҙе хор менән әйтеү, йырлап ҡарау кеүек эштәр дәрестә һөйләшеү ваҡытын арттыра. Балалар бер-береһен тикшерә, кәрәк саҡта ярҙам итә, хатаһын таба һәм төҙәтә, белмәгәндәрен иптәшенән йәки уҡытыусынан һорай, был һүҙҙәрҙе һөйләү телмәренә шунда уҡ индерә ала. Ошо юл менән телде өйрәнеү процесындары психологик барьерҙы еңеп сыға.

Һүҙ байлығы әҙ һәм, грамматика буйынса элементар белем булғанда ла, бирелгән темалар, ситуацияларҙа диалогтарҙы, инсценировкаларҙы уйнап һөйләү, yлapғa ым, ишара, йөҙ һәм ҡул хәрәкәттәрен ҡушыу телмәр үҫтереүгә, дөрөҫ интонация менән һөйләргә өйрәнеүҙә ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Был ситуацияларҙа уҡыусы үҙен әүҙем ҡатнашыусы, берәй эште, вазифаны үтәүсе, телмәрҙә ҡатнашыусы, әңгәмә алып барыусы булып сығыш яһай. Ситуацияларҙа, диалогтарҙа килеп тыуған ауыр фразаларҙы, һөйләмдәрҙе уҡытыусы әйтеп ебәрә, төрлө темпта, төрлө интонация менән ҡабатлауҙар аша уҡыусылар аңына еткерә.

Бәләкәй класс дәрестәрендә рус теле материалы алдараҡ өйрәнелә. Шуға күрә башҡорт теле дүрестәрендә балаларҙың рус теле буйынса алған белемдәренә һәм күнекмәләренә таяныу зарур. Ике телдә лә берҙәй ҡулланыла торған өндәр, хәрефтәр, хатта һүҙҙәр тәүҙә өйрәнелә. Был нимә? Был класс. Был журнал. Был альбом. Был альбоммы? Эйе, был альбом. Юҡ, был альбом түгел, ә журнал h.б.

Башҡорт телендәге ҡайһы бер лингвистик терминдар рус телендәгеләр менән сағыштырып, параллель рәүештә өйрәнелә ала: өн звук, хәреф-буква, ижек - слог h.б. Был кәңәш hүҙ, һөйләм, исем, сифат, ҡылым кеүек грамматик темаларға ла ҡағыла.

Уҡыу материалы 5-11-се кластарҙа бирелә. Уҡыу өсөн башҡорт әҙәбиәте классиктарының, башҡорт яҙыусыларының, шағирҙарының матур әҫәрҙәре, фәнни-популяр мәҡәләләр тәҡдим ителә. Уларҙы өйрәнеү башҡорт халҡының күренекле яҙыусылары, шәхестәре, шулай уҡ халыҡтың психологияһы, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, тарихы менән танышыуға алып килергә тейеш. Әҙәби әҫәрҙәрҙе текстологик өйрәнеү ҡаралмай, уҡытыусы ошо әҫәрҙәрҙән сығып балаларҙа һәйбәт кешелек сифаттарын тәрбиәләй. Шикһеҙ, әҙәби текстарҙы ижади файҙаланыу мотлаҡ. Кәрәк тип иҫәпләгәндә, уҡытыусы ҡайһы бер текстарҙы алмаштыра ала.

Тел, математика кеүек, конкрет фән. Бер тел күренеше ҡағиҙәһе буйынса (әллә күпме) һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөргә мөмкин. Шуға күрә уҡыусы грамматик мәғлүмәттәрҙе аңлы рәүештә ҡабул итеп, телмәрендә һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөргә, килештәрҙе дөрөҫ ҡуйырға, ялғay варианттарын дөрөҫ һайлап ҡуллана һ.б. белергә тейеш. Шикһеҙ, быларҙы ҡағиҙэһеҙ белеп булмай. Шунлыҡтан 5-11-се кластарҙа башҡорт теленен тел ҡағиҙәләрен биреү кәрәк тип табылды. Тик уларҙы ла балаларҙан ятлатырға түгел, уларҙың был нормаларҙы аңлы үҙләштереп, урынлы ҡуллана белеүе мөһим.

Программала hәp ҙур тема, мәғәнәүи ситуация һайын үтеләсәк грамматик темаларҙын исемдәре бирелә. Фонетик, лексик. грамматик материалды үҙләштереү уҡыу өсөн бирелгән әҫәрҙәр өҫтөндә эшләгәндә лә, уҡытыусы тарафынан теманы аңлатыу өсөн алынған махсус күнегеүҙәр ярҙамында ла тормошҡа ашырыла.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]